Ҫәүри мәҙһәб (ғәр. المذهب الثوري‎; рус. Саури́тский мазха́б) — сөнни исламда иртә хоҡуҡи мәктәптәрҙең береһе (мәҙһәб).

Ҫәүри мәҙһәб
ғәр. المذهب الثوري
Дин:

ислам

Ағым:

сөнниҙәр

Нигеҙләнгән:

VIII быуат

Нигеҙләүсе:

Сүфйән әҫ-Ҫәүри

Илдәр:

Өмәүиҙәр хәлифәлеге,
Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

Тарҡалған:

XI быуат

Мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы-эпоним Әл-Күфә (хәҙ. Ираҡ) сығышлы билдәле мосолман ғалимы-хоҡуҡ белгесе (фаҡиһ) һәм мөхәддис Сүфйән әҫ-Ҫәүри (716—778) булған.

Ислам Испанияһына (Әл-Әндәлүс) тиклем таралыу алған мәҙһәб булған, һуңынан мәлики мәҙһәб унан ҡыҫырыҡлап сығарған.

Әҫ-Ҫәүри хоҡуҡи мәктәбе XI быуат башына тулыһынса юҡҡа сыға, уның эйәрсендәре ҡануни булып киткән дүрт сөнни мәҙһәбкә (мәлики, хәнәфи, хәнбәли һәм шәфиғи)[1] ҡушыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Самигуллин В. К. Восток: мозаика правовых традиций. — Уфа: Академия ВЭГУ, 2016. — С. 57. — 180 с. — ISBN 9785878656368.