Ҡыуатов Ҡаһарман Буранғол улы
Ҡаһарман Буранғол улы Ҡыуатов (1787—1828) — башҡорт кантоны башлығы, яугир. 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Ҡаһарман Буранғол улы Ҡыуатов | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Нуғай даруғаһы, Үҫәргән улусы, Буранғол ауылы |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Ғәскәр төрө |
кавалерия |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Биографияһы
үҙгәртергәҠыуатов Ҡаһарман Буранғол улы 1788 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Буранғол ауылында Буранғол Ҡыуатов ғаиләһендә тыуған. Башҡорт дворяндары Ҡыуатовтар нәҫеленән.
1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнаша.
1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, уның командиры итеп Буранғол Ҡыуатов тәғәйенләнә. Июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[1][2].
1812 йылдың 3-5 сентябрендә Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, ә 20 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә була. 1812 йылдың 3—26 октябрендә командаһы менән Молод ауылы эргәһендә Серпухов юлындағы төп пикетты биләй. 27 октябрҙән дошманды эҙәрлекләй башлай һәм 29-30 октябрҙә Малоярославец эргәһендә алыш була.
1813 йылдың 3 мартында Берлин, 15 мартта — Дрезден, 29 мартта — Лисимбург, 15-16 августта — Ютербок, 21-22 августта — Винтербург эргәһендә була.
1813 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы "Халыҡтар һуғышы"нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы "Халыҡтар һуғышы"нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә.
1813 йылдың 10 ноябрендә — Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша.
1814 йылдың 19 мартында Париж янындағы алышта һәм ҡаланы алыуҙа ҡатнаша.
1817—1828 йылдарҙа 9-сы башҡорт кантоны башлығы булып хеҙмәт итә. 200-ләп башҡорт балаларын Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан ҡалалары уҡыу йорттарына урынлаштырыу менән дә шөғөлләнә. Каруанһарайҙы төҙөү эшендә лә әүҙем ҡатнаша.
Хәтер
үҙгәртергә- «Ҡаһарман кантон» исемле башҡорт халыҡ йыры Ҡаһарман Ҡыуатовҡа арналған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гатиятуллин З. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 4. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Рахимов Р. Н. 1-й Башкирский полк в Отечественной войне 1812 года // Бородино и наполеоновские войны. Битвы. Поля сражений. Материалы II Международной научной конференции, посвященной 195-летию Бородинского сражения (Бородино, 3-5 сентября 2007 г.) / Сост. А.В. Горбунов. — Можайск, 2008. — 408 с..
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хөсәйенов Ғ. Б. Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан күренекле кешеләр // Ватандаш. — 1997. — № 3. — С. 39. — ISSN 1683-3554.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ильясова А. Й., Әсфәндиәров Ә. З. Ҡыуатовтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.