Ҡыуандыҡов Шанян Фәхрислам улы
Ҡыуандыҡов Шанян Фәхрислам улы (1913 йыл — 22 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы яугиры, артиллерист[1].
Ҡыуандыҡов Шанян Фәхрислам улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1913 |
Тыуған урыны | Иҫәнбәт ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 22 ноябрь 1943 |
Вафат булған урыны | Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | артиллерист |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәШанян (Шаһит) Фәхрислам улы Ҡыуандыҡов 1913 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Иҫәнбәт ауылында йәшәгән[1]. Сығышы менән ошо уҡ райондың Төркмән ауылынан. 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Ҡыуандыҡов фәхрисламдың ғаиләһендә 12 бала тәрбиәләнә. Яугирҙың исеме әлегә асыҡланмаған. БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында орудие номеры булып хеҙмәт итә[1]. Хәрби техниканы расчет хеҙмәтләндерә. Расчет составындағы хәрбиҙәр номер тип атала, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ бурысын үтәй. Ҡыуандыҡов ошондай расчетта орудие номеры булған. 1943 йылдың 22 ноябрендә батырҙарса һәләк була, Белоруссия ССР-ы Полесье өлкәһе (хәҙер Беларусь Республикаһы Гомель өлкәһе) Головки ауылында ерләнә[1]. Иҫәнбәт ауылында йәшәүсе ҡатыны Гөлсара күрһәтелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- КУВАНДЫКОВ Шанян Фахрисламович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Кувандыков Шаняп Факрисламович. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)