Ҡытаутамаҡ

(Ҡытау-Тамаҡ битенән йүнәлтелде)

Ҡытаутамаҡ (Ҡатайтамаҡ , рус. Усть-Ката́в) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге ҡала, административ үҙәк. Ҡалала урыҫтар, башҡорттар һәм татарҙар күпселекте тәшкил итә. Ҡала исеме башҡорттарҙың ҡатай ерҙәренә урынлашып, атамаһы Ҡатай гидронимынан алынған, сөнки шул йылғаның тамағына урынлашҡан. Башҡортса атамаһы — Ҡатайтамаҡ, мәгәр урыҫса Катав тип аталыуы һөҙөмтәһендә башҡорт теленә Ҡытау булып әйләнеп ҡайтҡан һәм рәсми документтарға шулай инеп киткән.

Усть-Катав заводы
1943
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Ҡала округы

Усть-Катав

Координаталар

54°56′00″ с. ш. 58°10′00″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1758 йылда

Элекке исеме

НП-ПН

Усть-Катав заводы с

1942 йылда

Майҙаны

27,45 км²

Бейеклеге

371 м

Халҡы

22 627[1] кеше (2016)

Тығыҙлығы

824,3 кеше/км²

Этнохороним

устьката́вцы, устьката́вец

Телефон коды

+7 35167

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

74, 174

ОКАТО коды

75 755 000 001

ОКТМО коды

75 755 000 001

Рәсми сайт

ukgo.su

1943 (Рәсәй)
1943
1943
Ҡытаутамаҡ (Силәбе өлкәһе)
1943

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡала Көньяҡ Уралдың тау битләүендә Ҡатай йылғаһының Йүрүҙән йылғаһына ҡойған урынында, Силәбенән 260 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала уртаһында убалар.

Ҡатай гидронимы был төбәктә йәшәгән Ҡатай ырыуы биләмәләре булғаны күрһәткесе.

Ҡала аша Транссебер магистрале үтә, Усть-Катав (Ҡатайтамаҡ) станцияһы урынлашҡан, ҡаланан 1 км көньяҡтараҡ — автомагистраль М5.

Ҡытаутамаҡҡа 1758 йылда Себер даруғаһы Төрөкмән улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә нигеҙ һалынған. Тимер етештереү заводын төҙөтөүселәр — бер туған Иван һәм Яков Борисович Твердышевтар һәм Мясников Иван Семёнович[2].

Башта предприятие таҡта ярыу тирмәне һәм пристань булараҡ ҡына барлыҡҡа килгән. Тимер етештереү заводы һуңғараҡ төҙөлә һәм Ҡатай-Ивановск һәм Йүрүҙән суйын ҡайнатыу һәм тимер етештереү заводына ярҙамсы тармаҡ булараҡ ҡына эшләй. Завод тирәләй Рәсәй үҙәгенән килтерелгән эшселәр йәшәй башлай, ҡасаба нығытыла. 1773 йылда бында 800-ләп кеше йәшәй.

Заводтың продукцияһы Үҙәк Рәсәйгә Волга-Кама бассейны йылғалары буйлап оҙатыла, күпмелер сит илгә лә һатыла. Уны инглиз сауҙагәрҙәре бик теләп һатып ала. 1862 йылда продукция бөтә донъя Лондон сәнәғәт күргәҙмәһендә күрһәтелә.

Ҡытаутамаҡ ҡасабаһына Бүгәс яуы ла урап үтмәй. Завод 1773 йылдың ноябрендә туҡтап ҡала. 1774 йылдың июнендә завод һәм ҡасаба яндырыла. 1775 йылдың ноябрендә предприятие аяҡҡа баҫтырыла.

1780—1783 йылдарҙа Ҡытаутамаҡ заводының хужаһы булып Я. Б. Твердышев тора. Артабан завод И. С. Мясников ҡыҙы Е. И. Козицкаяға күсә, ә 1810 йылдан ейәнсәре кенәз дәрәжәле А. Г. Белосельская-Белозерская хужа була. 1917 йылға тиклем Ҡытаутамаҡ предприятиеларына уның ғаилә вариҫтары идара итә.

1861 йылдан 1920-се йылдарға тиклем Ҡытаутамаҡ заводы Ҡытаутамаҡ улусы үҙәге була. 1870 йылда 3353 кеше йәшәгән (544 йорт-ихата). 1889—1890 йылдарҙа Ҡытаутамаҡ ҡасабаһы янында өлөшләтә тимер юл һалына.

1900 йылда — Көньяҡ Урал металлургия йәмғиәте, 1917 йылда — Белорет заводтары йәмғиәте, Ҡытау тау округына ингән.

1917 йыл аҙағында тыныс юл менән Совет власы урынлаша.

Граждандар һуғышы йылдарында емерелә, 1922 йылда аяҡҡа баҫтырыла.

1939 йылда ҡасабала 13 000 кеше йәшәй.

1941—1945 йылда һуғышҡа Ҡытаутамаҡтан 1500 кеше китә. Ҡалаға эвакуацияланған кешеләр килтерелә. Ҡала яйлап ҙурая башлай.

1942 йылдың 28 авгусында Ҡытаутамаҡ заводы районға ҡараған ҡала булараҡ раҫлана. 1943—1944 йылдарҙа Йүрүҙән аша күпер һалына.

Һуғыштан һуң Ҡытаутамаҡ вагон эшләү заводы (УКВЗ) оборона продукцияһы менән бер рәттән трамвай, балалар велосипедтары етештерә башлай.

1979 йылдың 3 декабрендә Ҡытаутамаҡ өлкәгә ҡараған ҡалаға әүерелә, уға яҡындағы ҡасабалар ҡушыла.

1980 йылда яңы плотина төҙөлә. Ҡала йылдан-йыл ҙурая, яңы социаль-мәҙәни объекттар асыла тора.

Хәҙер завод ҡасабаһы Ҡытаутамаҡ ҡалаһына әүерелгән.

Сәнәғәте

үҙгәртергә

Ҡытаутамаҡ заводы базаһында «С. М. Киров исемендәге Ҡытаутамаҡ вагондар эшләү заводы» ФДУП‑ы ойошторола, 2011 йылда «М. В. Хруничев исемендәге йыһанды өйрәнеү дәүләт ғилми-производство үҙәге» ФДУП‑ына үҙгәртелә.

Кеше һаны үҫеше

үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе 22 627[1] кеше (

Халыҡ иҫәбе
1773[3]18701931[4]19391959[5]1967[4]1970[6]
8003353710013 00023 13324 00023 438
1979[7]1989[8]1992[4]1996[4]1998[4]2002[9]2003[4]
24 52131 21831 40029 40028 80025 89825 900
2005[4]2006[4]2007[4]2008[1]2009[10]2010[11]2011[12]
25 30025 10024 70024 28524 17123 58023 532
2012[13]2013[14]2014[15]2015[16]2016[1]
23 32623 16923 06422 83022 627

)


2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[17] ҡалаһы араһында [18] 375-се урында була.


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010). Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
  2. Ҡытаутамаҡ [1](недоступная ссылка)
  3. приблизительно
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Народная энциклопедия «Мой город». Усть-Катав
  5. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  6. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  7. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  10. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  11. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  12. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  15. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  17. с учётом городов Крыма
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)

Һылтанмалар

үҙгәртергә