Ҡылымыҡ
Ҡылымыҡ, «йылға тармағы» — (рус. проток, протока) — башҡа һыу ағымының бер өлөшө булған, йәиһә башҡа һыу ағымдарын йәки һыу объекттарын тоташтырып торған, йылғаға хас йырҙа комплекстары булмаған һыу ағымы.
Ҡылымыҡ | |
Ҡылымыҡ Викимилектә |
Төрҙәре
үҙгәртергәҠылымыҡтарҙың ике төрө бар:
Атама варианттары
үҙгәртергәУрыҫ телендә төрлө төбәктәрҙә был күренеште аңлатҡан һүҙҙәр күп:ерик, гирло, воложка (Волга), полой (Төньяҡ Двина), речище (Днепр), стародонье (Дон), пасл (Югра). Корякияла иһә иҫке йылға үҙәндәрен, үле йылғаларҙы култук тип атайҙар. Башҡорт телендәге «ҡултыҡ» — «һыу сығанағының ҡоро ергә инеп торған өлөшө»[2] тигәнде хәтерләтә.
Үҙенсәлекле ҡылымыҡтар
үҙгәртергәТарихи Башҡортостан ерҙәрендә урынлашҡан күлдәргә ифрат бай Силәбе өлкәһендәге байтаҡ күлдәрҙең ҡылымыҡтары бар. Мәҫәлән,Илашты күле ҡылымыҡ аша Һуңкүл менән тоташҡан, Ҡоншаҡ районындағы Ҡарағайкүл ташҡын ваҡытында Ҡайынкүл менән ҡылымыҡ аша тоташа. Оло Мейәс ҡылымыҡ аша Кесе Мейәс менән бәйле.
Ханты-Манси автономиялы округы[3] биләмәләрендә Кесе Кемпаж тип аталған ҡылымыҡ-йылға бар. Кесе Кемпаж йылғаһы ҡылымыҡ тип юҡҡа ғына атамағандар. Ул Кемпаж йылғаһынан ағып сыға ла Ляпин йылғаһына барып ҡоя, йәғни, уларҙы тоташтыра. Кесе Кемпаждың үҙ сиратында Повёл тигән ҡылымығы бар, ул иһә Оло Кемпажға барып ҡоя, йәғни был ике ҡылымыҡ Кемпаж менән Оло Кемпаж йылғаларын тоташтырып торған үҙенсәлекле күренеш.
- Башҡа
- Протока (ҡасаба) — Коми Республикаһындағы юҡҡа сыҡҡан ҡасаба, Рәсәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәПроток // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ГОСТ 19179-73 (№ 167) . Дата обращения: 10 июнь 2015. Архивировано 24 июль 2017 года. 2017 йыл 24 июль архивланған.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 699-сы бит
- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».