Йөрәктау — шихан, Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендәге дүрт шихандың береһе, Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан.

Йөрәктау
Координаталар: 53°44′30″ с. ш. 56°05′51″ в. д.HGЯO
УрынлашыуыБашҡортостан
Тау түбәһе бейеклеге338 м
Йөрәктау (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Йөрәктау
Йөрәктау (Ишембай районы)
Точка
Йөрәктау
Викиһаҡлағыста категория

Йөрәктау ҙа ошо тирәләге башҡа (Торатау, Шәкетау, Ҡуштау) шикелле 2008 йыл — шорт-лист проектында «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» (Шихан булараҡ) билдәләнгән[1]

Физик-географик ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

*Оҙонлоғо — 1 км,

*киңлеге — 850 м,

*бейеклеге — Ағиҙел йылғаһы кимәленән — 220 м, тупраҡ өҫтөнән — 200 м, океан кимәленән абсолют бейеклеге — 338 м.

*Ул конус һымаҡ формала. Һөҙәклеге 20-30 градус.

Ҡаялы баҫҡыстары юҡ. Аҫҡы өлөшө ҡойолоп төшкән таштар менән ҡапланған. Фотоиллюстрация 2016 йыл 6 март архивланған.

Тау нигеҙенең төньяҡ итәгендә шишмәләр бар. Шуларҙың береһе көкөртлө..

Эргәһендә генә Муҡша күле бар [2].

1707 йылда Йөрәктау янында Күсем батыр етәкселегендәге баш күтәреүсе башҡорттар (улар Өфө башҡорттарынан, мишәрҙәрҙән, татарҙарҙан, сыуаштарҙан, сирмештәрҙән торған) һәм Аристов етәкселегендәге 900 һалдат, 700 һыбайлынан торған (уларға хөкүмәткә тоғро башҡорттар ҙа ҡушылған) Хохлов отряды араһында алыш булған.

Баш күтәреүселәр еңгән. Хохлов Табын ауылына ҡасҡан. 400 һалдат әсиргә алынған, башҡалары үлтерелгән.[3].

Рәсемдәр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Семь чудес России» 2012 йыл 23 апрель архивланған.
  2. http://www.photographer.ru/nonstop/picture.htm?id=435049# Фотоиллюстрация, автор Петр Захаров
  3. http://www.vatandash.ru/index.php?article=1506 2016 йыл 4 март архивланған. История башкир

Һылтанмалар

үҙгәртергә

3D вид с горы Юрактау 2020 йыл 5 ғинуар архивланған.