Ҡушаҡтар
Ҡушаҡтар (рус. Супруги) — ғаилә ҡороп, никахта торған ир һәм ҡатын[1] . Улар икенсе ҡушағы менән ЗАГС-та яҙылышып, йәки яҙылышмай ғына ла ғаилә ҡороп йәшәүе мөмкин. Башҡорт халҡында был төшөнсә «ирле-ҡатынлы» тигән синоним менән бирелеүе гендер йәһәттән аныҡ билдәләнгән — был ир һәм ҡатындың ғаилә ҡороп йәшәүе.
Ҡушаҡтар | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|
Хоҡуҡи статусы
үҙгәртергәҠушаҡ хоҡуҡтары һәм бурыстары донъяның төрлө юрисдикцияларында күпкә айырыла. Ғәҙәттә, был ғаилә хоҡуҡтары тураһында закон ҡағиҙәләрендә аныҡлана. Әммә донъяның күп өлөшөндә рәсми теркәлеүҙәрҙән тыш, ғәҙәт-йола менән дә көйләнә. Башҡорт халыҡында был шәриғәт ҡанундарына ярашлы булған[2].
Атап әйткәндә, ғаилә мөлкәтенә контроллек итеү, мираҫ хоҡуғы, балаларҙың ғаиләләге тәртибен көйләү, ғәҙәттә, ир-егет өҫтөндә. Әммә был практика күп илдәрҙә булған егерменсе быуатта байтаҡҡа ҡыҫҡартыла, хәҙерге заман закондары, ҡағиҙә булараҡ, хоҡуҡтар һәм бурыстарҙы енескә ҡарап иҫәпкә алмай. Европа илдәре араһында никахта тулы гендер тигеҙлеге булдырған илдәр: Швейцария, Греция, Испания, Франция (1980-се йылдар)[3]
Мәгәр бөтә донъя буйынса тулайым алғанда никахта элеккесә ирҙәр ғаилә башлығы итеп таныла; мәҫәлән, Иран Граждандар кодексының 1105 статьяһында: «Ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙә ир кеше генә ғаилә башлығы хоҡуғына эйә»[4].
Айырылышыу мәсьәләләре лә төрлө илдәрҙә төрлөсә хәл ителә.
Никахлашыу йәше
үҙгәртергәНикахҡа инеү хоҡуғының минималь йәше рәсми рәүештә билдәләнә. Күпселек илдәрҙә никахҡа инеү, ҡағиҙә булараҡ, 18 йәш тип билдәләнгән. Шуға ла ҡарамаҫтан, был илдәрҙең күпселегендә балиғ булмағандар өсөн, талап итеүсе ата-әсә һәм / йәки суд рөхсәте менән балиғ булмағандарҙың да өйләнешеүе ҡаралған. Был төшөрмәләр төрлө илдә төрлөсә. БМО фонды түбәндәгеләрҙе билдәләй:
2010 йылда 158 илдә ҡатын-кыҙҙар өсөн никахҡа инеү 18 йәшлек минималь сик менән билдәләнә, тип хәбәр итәләр. Шуға ла ҡарамаҫтан, 146 илдә, дәүләт законы йәки ғәҙәт-йола буйынса 18 йәштән йәшерәк ҡыҙға ата-әсә йәки башҡа органдар ризалығы менән кейәүгә сығырға рөхсәт ителә; 52 илдә ата-әсә рөхсәте менән ҡыҙҙарға 15 йәшкә тиклем өйләнешергә мөмкин. Бынан тыш, 105 илдә малайҙар ата-әсә йәки тейешле хакимиәт ризалығы менән никахҡа керә ала, һәм 23 илдә 15 йәшкә тиклемге малайҙар ата-инә ризалығы менән никахҡа инә ала[5]
Көнбайыш илдәрендә һуңғы йылдарҙа балиғ булмағандар араһында никахтар кәмей бара[6].
Егерменсе быуаттың тәүге сирегенәсә, совет осорона тиклем, быуаттар дауамында башҡорттарҙың ғаилә тормошо, милли әҙәбе юридик яҡтан да, әхлаҡи йәһәттән дә ислам дине, шәриғәт ҡанундары менән тығыҙ бәйле булған. Ғаиләне Аллаһ әмере менән булдырылған илаһи бер мәктәп, милләттең иң кескәй күҙәнәге тип һанағандар. Икенсел енси билдәләр күренә башлау менән ҡыҙ баланы башлы-күҙле итергә, йәғни кейәүгә бирергә тырышҡандар[7].
Бала табыуға мөнәсәбәт
үҙгәртергәҒаиләлә бала булыуын теләмәүселәр арта барыуы ла, шул уҡ ваҡытта Европала күп балалылыҡ модаға ныҡлы инә бара.
Европа 1970 йылдарҙан башлап етди рәүештә «бэби-бум», йәғни күп балалылыҡ күренеше артыуын кисерә. Британияла дүрт һәм унан да күберәк балалы ғаиләләр һаны һуңғы 50 йылда иң ҙур күрһәткескә еткән, тиелә Евростат тикшеренеүендә.
Европа статистика агентлығы 2009 йылдан бирле дүрт һәм унан да күберәк балалы ғаиләләр һаны ике тапҡыр артҡан, тип билдәләп үтә.
Евростат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2013 йылда донъяға килгән балаларының 9,5 % — ы өс һәм унан да күберәк бала булған ғаиләләрҙә тыуған.
Финляндияла донъяға килгән һәр унынсы бала, кәм тигәндә тигәндә, өс апай-ағайлы була. Был 31 европа иле араһында иң юғары күрһәткес.
Дүрт балалы ғаиләләрҙең артыуы уларҙы донъялағы алға киткән илдәр араһында тәүгеләр иҫәбенә индерә. Күп балалылыҡ миграция менән дә бәйле ти белгестәр[8]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 711-се бит
- ↑ Г. Ситдиҡова. Күсле ил — көслө ил. — Өфө, «Инеш», 2013. −101
- ↑ http://www.demoscope.ru/weekly/2006/0229/analit01.php А. Митрикас. Семья как ценность: состояние и перспективы изменений ценностного выбора в странах Европы
- ↑ Семья и брак в Иране. Положение женщины в Иране
- ↑ Статья «Раннее замужество. Остановим детские браки» (Marrying Too Young. End child marriage)
- ↑ Aleksi Teivainen. UN urges Finland to prohibit child marriage . Дата обращения: 28 июль 2015.
- ↑ Г. Ситдиҡова. Күсле ил — көслө ил. — Өфө, «Инеш», 2013. −101-се бит
- ↑ Почему в Европе растет рождаемость?
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Супруги// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 25-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Семья и род // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- Афанасьева Т. М. Семья. — 2-е издание, перераб. и доп. — Москва: Просвещение, 1988. — 284 с. — ISBN 5-09-000400-5.
- Богачёва Н. В. Дети как фактор стабильности семьи // Вестник Казанского государственного университета культуры и искусств, № 5, 2004. С. 52—54.
- Гребенников И. В. Основы семейной жизни: Учебн. пособие. М.: Просвещение, 1991.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бим-Бад Б.М., Гавров С.Н. Модернизация института семьи: макросоциологический, экономический и антрополого-педагогический анализ. Монография. — М.: Интеллектуальная книга, Новый хронограф, 2010. — 352 с. — ISBN 978-5-94881-139-0.(недоступная ссылка)
- Тюгашев Е. А., Попкова Т. В. [www.pseudology.org/Sex/Semyevedenie/index.htm Семьеведение. Новосибирск, 2005.]
- Сергей Гавров Историческое изменение институтов семьи и брака
- Юрий Семёнов «Социальная организация отношений между полами: Возникновение и развитие»
- Какая семья считается многодетной ? 2020 йыл 24 ноябрь архивланған.