Ҡушаев Ҡәйүм Ҡушай улы
Ҡушаев Ҡәйүм Ҡушай улы (18 ноябрь (1 декабрь) 1908 йыл — 15 февраль 2007 йыл, Силәбе) — тимер юлдар төҙөүсе инженер, крайҙы өйрәнеүсе[1].
Ҡушаев Ҡәйүм Ҡушай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1 декабрь 1908 |
Тыуған урыны | Көҙәш, Аҡбаш ауыл Советы[d], Арғаяш районы, СССР |
Вафат булған көнө | 15 февраль 2007 (98 йәш) |
Вафат булған урыны | Силәбе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | инженер |
Биографияһы
үҙгәртергәҠәйүм Ҡушай улы Ҡушаев Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Көҙәш ауылында тыуған. Башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең береһе, 1922—1929 йылдарҙа БашЦИК рәйесе Хафиз Ҡушай улы Ҡушаевтың бер туған ҡустыһы. Көҙәш ауылында мәктәп булмағанлыҡтан, башланғыс белемде өйҙә һәм Мәтәл мәктәбендә ала. 1918 йылда Көҙәштә мәктәп асыла. 1921 йылда һуң Ҡәйүмде ағаһы Стәрлетамаҡҡа үҙе янына ала. Малай урыҫ телен белмәгәнлектән ағаһы уға урыҫ теле уҡытыусыһын яллай. Уның шәхесен формалаштырыуға ағаһы Хафиз Ҡушаев ҙур йоғонто яһай.
1922 йылдан Хафиз Ҡушаев Өфөлә БашЦИК-та эшләй башлай, ул ҡустыһын ер төҙөлөшө техникумының төҙөлөш һәм мелиорация бүлегенә уҡырға урынлаштыра. 1926 йылда каникул ваҡытында Күҙәштә комсомол ячейкаһын ойоштора. 1929 йылда йылда ағаһын Мәскәүгә СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетына (ЦИК) күсерәләр. Ҡәйүм башта әҙерлек курсында уҡый, шунан һуң Мәскәү транспорт инженерҙары институтына (МИИТ) уҡырға инә.
1929 йылда Мәскәү тимер юл транспорты инженерҙары институтына (МИИТ) уҡырға инә, әммә «ғаиләһе менән араһын өҙмәгән» кулак улы тигән ғәйепләү арҡаһында институттан ҡыуыла. Бынан һуң тыуған яғына ҡайтып, Арғаяшта волисполкомда бер йылға яҡын эшләй.
Бер йылдан яңынан Мәскәүгә китә һәм хәрби инженерҙар академияһында электромонтёр булып эшләй.
1936 йылда яңынан шул уҡ Мәскәү тимер юл транспорты инженерҙары институтына ҡабат уҡырға инә һәм 1941 йылдың 30 июнендә уны тамамлай. Ҡәйүм тырышып уҡый, сөнки ул тик стипендияға ғына ҡарап тора.
Был саҡта ағаһы Хафиз (1888—1937) репрессияға эләгеп, атып үлтерелгән була. Үҙен уҡытып, кеше иткәндәре өсөн ағаһы менән еңгәһенә ул һәр саҡ рәхмәт әйтә, уларҙың фотоһүрәттәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Еңгәһе Рабиға Ҡушаеваны эштән ҡайтышлай билдәһеҙ кешеләр үлтерә. Уларҙың ҡыҙҙары Таңһылыуҙы Ҡәйүм Ленинградҡа хореография училищеһына кире илтеп ҡуя, ә улдары Иректе балалар йортона урынлаштыра. Тик һуғыш ваҡытында Ирек Мәскәүҙән балалар йорто менән эвакуацияға китә һәм уның эҙҙәрен Ҡәйүм Ҡушаев таба алмай.
1941—1962 йылдарҙа Свердловск тимер юлында эшләй.
1947 йылдан «Свердловсктрансстрой» тресының 29-сы (СМП-29) төҙөлөш-монтаж поезының баш инженеры.
1941 йылдың йәйе-көҙө Силәбе станцияһында өҫтәмә тимер юлын, Шершни станцияһына тармағын төҙөүҙә, һуңыраҡ бик ауыр шарттарҙа Сосьва — Алапаевск, Түбәнге Тагил — Вагай һәм башҡа тимер юл линияларын һуҙыуҙа ҡатнаша.
1962—1968 йылдарҙа Алапаевск индустриаль техникумында уҡыта, тимер юл өсөн кәрәкле 206 техник хеҙмәткәрҙе әҙерләүҙә ҡатнаша.
Уралда үҫешкән революцион хәрәкәтте, башҡорт тарихын өйрәнә.
Материалдарын башҡорт гәзиттәре һәм журналдарында, Силәбе һәм Свердловск матбуғатында баҫтыра. Башҡорт тирмәһенең ентекле һыҙымы өлгөһө килтерелгән ҡулъяҙма брошюра авторы. Тирмәнең 1:5 масштабындағы 10 макетын әҙерләй (Арғаяш, Башҡортостан Республикаһы музейҙарында ҡуйылған). Силәбе крайҙы өйрәнеү музейына ысын дәүмәлдәге тирмә (нигеҙендә — 5 м, бейеклеге — 4 м) әҙерләй. Ваҡытлыса Ҡоншаҡ район музейына ҡуйыла[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәКөҙәш ауылында яңы урта мәктәп төҙөтөүҙе хәстәрләшә, артабан музей ойоштороша. Арғаяш район музейына башҡорт халҡының тарихына ҡағылышлы үҙе йыйған 50 фотоһүрәтте «Башҡорт халҡының көнкүреше һәм мәҙәниәте» тигән альбом төҙөү өсөн бирә. Башҡорт милли биҙәүестәрен үҙ аҡсаһына һатып алып, район музейына бүләк итә.
Хәтер
үҙгәртергәХафиз Ҡушаев исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эш башҡара. Ҡәйүм Ҡушаев фекеренсә, уның иң мөһим эше — ағаһы Хафиз Ҡушай улы Ҡушаевты аҡлау. Ҡәйүм Ҡушаев йыйған архив справкалары, Хафиз Ҡушаевтың һәм уның ғаиләһенең фотоһүрәттәре Көҙәш мәктәбе музейында һаҡлана.
Ҡәйүм Ҡушаев ярҙамы менән журналист Рәүеф Насиров Хафиз Ҡушаев һәм Рабиға Ҡушаева тураһында ентекле мәҡәләләр яҙа. Хафиз Ҡушаев тураһында «Башҡортостан» гәзитендә «Хафиз-кантун» (1992 й., № 179—185), Рабиға Ҡушаева тураһында «Милләтебеҙ инәhе» тигән мәҡәләләр баҫылып сыға. Октябрь революцияһының 70 йыллығына Силәбе радиоһында Хафиз Ҡушаев тураһында тапшырыу ойошторола. Ҡәйүм Ҡушай улы ағаһы һәм еңгәһе тураһында «Ағайым тураһында хәтирәләр» («Воспоминания о брате») тигән китап яҙа. Был китапта ул ағаһы һәм еңгәһе, уларҙың көрәштәштәре тураһында һөйләй[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Ҡушаев Ҡ. Ҡ. «Хафиз-кантун», «Башҡортостан» гәзите, 1992 й., № 179—185
- Ҡушаев Ҡ. Ҡ. «Милләтебеҙ инәһе»
- Ҡушаев Ҡ. Ҡ. «Ағайым тураһында хәтирәләр» китабы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә