Ҡунаҡов Йәрмөхәмәт Йомағужа улы
Йәрмөхәмәт Йомағужа улы Ҡунаҡов (Йәрмөхәмәт Йомағужин; 1794—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Йәрмөхәмәт Йомағужа улы Ҡунаҡов | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1812—? |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Биографияһы
үҙгәртергәЙәрмөхәмәт Йомағужа улы Ҡунаҡов Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһеның Ҡыуандыҡ районы) Йомағужа (шулай уҡ Ә. З. Әсфәндиәров буйынса хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Ҡужанаҡ) ауылында йәшәгән.
1812 йылдың 1 ғинуарынан казак булып хеҙмәт итә.
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 8-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 8-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 6 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[2]. Кострома ополчение корпусы составында 8-се Башҡорт полкы Калиш ҡәлғәһенә һөжүм итеүҙә ҡатнаша[3]. 1813 йылдың 9 сентябрендә 8-се полк Глогауҙы блокадалау өсөн тәғәйенләнгән Польша армияһының корпусына индерелә һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][4]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 8-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.
1822 һәм 1823 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығы буйында хеҙмәт итә.
Бүләктәре
үҙгәртергә- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Мәрйенбикә; ҡыҙҙары — Гөләйша һәм Гөлбаныу[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 104-105. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
- ↑ 2,0 2,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 400-401
- ↑ Усманов А. Н., 1964, с. 79
- ↑ Усманов А. Н., 1964, с. 82
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.