Ҡоҙаяров Сағман Билал улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Ҡоҙаяров Сағман Билал улы (? 1904 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, ефрейтор,112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се полк взводының хужалыҡ шофёры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].

Ҡоҙаяров Сағман Билал улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Яңы Абдулла, Ҡара Яҡуп ауыл Советы, Шишмә районы
Һөнәр төрө личный шофёр
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Сағман Билал улы Ҡоҙаяров 1904 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы Яңы Абдулла ауылында тыуған. 1942 йылдың декабрендә Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының хужалыҡ взводы шофёры булып хеҙмәт итә[1].

Батырлығы үҙгәртергә

Висланан алып Браденбург ҡалаһына тиклем һөжүм итеүсе һуғыштарҙа алғы һыҙыҡты ваҡытында һуғыш ҡоралдары, фураж, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп тора. Дошман авиацияһының һөжүме ваҡытында машинаһын хәүефһеҙ урынға ҡуйырға өлгөрөп, һуғыш припастарын һаҡлап алып ҡала. Бынан тыш үҙ теләге менән ике трофей автомашинаны ремонтлап, йөк ташыу өсөн сафҡа индерә.Браденбург ҡалаһы өсөн барған һуғышта дошмандың артиллерия-миномёт уты аҫтында һуғыш ҡоралдары ташый һәм яралыларҙы эвакуациялай. Был батырлығы өсөн ул Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Әҙәбиәттә үҙгәртергә

Әхтәм Ихсандың Башҡорт атлы дивизияһы тураһында шәхси күҙәтеүҙәр һәм тарихи документтар нигеҙендә яҙылған «Саҡма тояҡ аттарҙа» тигән китабында Ҡоҙаяров Сағман тураһында шундай юлдар бар:

  Землянкаға инделәр. Йырлаусы - отделение командиры Абдулла Ғиззәтуллин икән. Эргәһендә Әнүәр Ибраһимов менән Сағуман Ҡоҙаяров. Улар икеһе лә Дим буйында үҫкән.

- Йә, яҡташтар, йырлап йәшәйбеҙме? - тине, майор мыйыҡ аҫтынан йылмайып.
- Йыр йәнде йылыта, кәйефте күтәрә, - тине өлкән йәштәге яугир Ҡоҙаяров[3].

 

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Кудояров Сагман Билалович
  2. Память Народа. Кудояров Сагман Билалович. Наградной лист
  3. Әхтәм Ихсан. «Саҡма тояҡ аттарҙа». — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 402-се б.

Һылтанмалар үҙгәртергә