Ҡоҙаш (Пермь крайы)
Ҡоҙаш (Ҡодаш, рус. Кудаш) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Березники ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618153, ОКАТО коды — 57204810004.
Ауыл | |||||
Ҡодаш | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Милли состав | |||||
Этнохороним |
ҡодашлар | ||||
Телефон коды | 34261 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 185 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 86 ир һәм 99 ҡатын-ҡыҙ[1]. 2005 йылда ауылда 231 кеше йәшәгән[2].
Тарихы
үҙгәртергәҠодаш ауылы 1832 йылда барлыҡҡа килгән[3]. Тәү башлап ауылға Усть-Тунтор (Тауауыл), Чувашаево (Жаматай), Чалково (Баҡчауыл) һәм Байауыл (Күзмә) ауылдарынан 28 ғаилә күсеп килә[3].
1833 йылда Ишим (Түбән ауыл) ауылынан бында отставкалағы есаул Ғашир Сәйфелмөлөков (Гашир Сайфульмулюков) күсеп килә[3].
Ике йылдан һуң ауылдың 31 йортонда 66 ир һәм 64 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән[3].
1868 йылда ауыл мәсете эргәһендәге мосолман мәктәбендә 15 малай һәм 9 ҡыҙ белем алған[3].
Климат
үҙгәртергәКлиматы — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Пермского края . Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района» . Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.