Хужәхмәтов Азамат Шәриф улы
Хужәхмәтов Азамат Шәриф улы (рус. Хужахметов Азамат Шарифович ; 30 август 1962 йыл—1 июль 2021 йыл) — кинорежиссёр, сценарист, рәссам. 2012—2018 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһы директоры. 1997 йылдан Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы. Евразия Телевидение һәм Радио академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең Кинорежиссерҙар Гильдияһы ағзаһы (2011), Башҡртостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ().
Хужәхмәтов Азамат Шәриф улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 30 август 1962 |
Тыуған урыны | Ҡотош, Мәләүез ауыл советы, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 июль 2021 (58 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | рәссам, сценарий яҙыусы, кинорежиссёр |
Эш урыны | Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы |
Уҡыу йорто |
Өфө сәнғәт училищеһы С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАзамат Шәриф улы Хужәхмәтов 1962 йылдың 30 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Ҡотош ауылында тыуған. 1985 йылда рәссам-биҙәүсе һөнәре буйынса Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын художество оҫтаханаларында рәссам, ағас ҡырҡыусы булып башлай. 1990 йылда саҡырыу буйынса Башҡортостан Республикаһының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса комитетының «Баштелефильм»на рәссам-мультипликатор булып күсә. «Киевнаучфильм» һәм «Останкино» анимация студияларында стажировка үтә.
1996 йылда С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтының режиссерлыҡ факультетын, В. П. Лисаковичтың оҫтаханаһын тамамлай.
1996 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында режиссёр, һуңынан телевидение студияһының баш художество етәксеһе булып эшләй.
2000—2002 йылдарҙа Мәскәүҙә «Александра Политковский» студияһында режиссер һәм хәбәрсе. «Территория ТВ-6», «Территория Север», «Лицо кавказской национальностей», «Дүрт төҫлө заман», «Русский тарантас» телевизион проекттарында ҡатнаша.
2002 йылдан «СТС-Өфө» телеканалының генераль директоры.
50-ләп фильмдың авторы һәм режиссеры. Уның ҡайһы бер эштәре Башҡортостан киноһының алтын фондына ингән.
2011 йылдың июненән «Рәсәй — Башҡортостан» телеканалына «Башҡортостан» ДТРК-ның баш режиссеры — директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
2012 йылдың февраленән «Башҡортостан» киностудияһы директоры вазифаһын биләй. Һуңғы йылдарҙа яңы асылған «Сәләм» телеканалында баш режиссер булып эшләй. 2021 йылдың 1 июлендә Өфөлә ҡапыл вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ();
- Халыҡ-ара 2-се асыҡ «Мәңгелек ут» телефестивале лауреаты (Волгоград ҡалаһы, 2000 йыл);
- «Иң яҡшы режиссерлыҡ эше» номинацияһы еңеүсеһе («Генерал Шайморатов» фильмы өсөн) ;
- 4-се фестивалдең Рәхмәт хаты («Улар Еңеүгә ышанды» (2005 йыл), «Өс йылға ҡушылыуы янында» (2002 йыл) фильмдары өсөн) ;
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы (Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнашҡаны һәм яҡтыртҡаны өсөн)[1].