Ҡурған өлкәһе
Ҡурған өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы өлкәһе, Урал федераль округына инә. 1943 йылдың 6 феврелендә ойошторолған. Составында 24 район, 9 ҡала, 6 ҡала тибындағы ҡасаба.
Географияһы
үҙгәртергәКөнбайыш-Себер тигеҙлегенең көньяғында урынлашҡан. Свердловск өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Төмән өлкәһе һәм Ҡаҙағстан менән сиктәш. Үҙәге — Ҡурған ҡалаһы. Майҙаны — 71 мең км2.
Халҡы
үҙгәртергәХалҡы — 0,9 млн кеше, шул иҫәптән 12,3 мең башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 12,7 кеше/км2. Халҡының тәбиғи кәмеүе — 2,8 мең кеше. Урбанизация — 54,6 %; ҙур ҡалалары — Ҡурған һәм Шадринск. Иҡтисади әүҙем халҡының һаны — 473 мең кеше. Миграция иҫәбенә кәмеүе — 4,2 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 90, татарҙар — 1,9, башҡорттар — 1,4. Ҡурған өлкәһе башҡорттары Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Волкова Маргарита Андреевна (1930—2.03.2009), инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1953 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1960 йылдан — смена начальнигы, 1961 йылдан — өлкән инженер-технолог, 1963 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1974—1985 йылдарҙа — бүлек начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән Шадрин районы Неонилинский ауылынан[7].
Тарихы
үҙгәртергә16 быуат уртаһына тиклем Ҡурған өлкәһенең хәҙерге биләмәләре Себер ханлығында була, уға Уралдың көнсығыш битләүҙәрендә, Иҫәт, Мейәс, Уй ылғалары буйында йәшәгән башҡорттарҙың ерҙәре инә. Башҡортостандың Урыҫ дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Себер даруғаһының Ҡатай, Ҡалмаҡ һәм Һарт улустары, 1919 йылға тиклем — Силәбе өйәҙе, 1919—22 йылдар — Ялан кантоны, 1943 йылда өлкәнең Әлмән һәм Сафакүл райондары башҡорттар айырыуса тупланып йәшәгән территориялар иҫәбенә инә.
Власть тармаҡтары
үҙгәртергәҠурған өлкәһе Уставына ярашлы, дәүләт власы суд, башҡарма һәм ҡанундар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
Башҡарма власть
үҙгәртергә- Ҡурған өлкәһе Губернаторы — өлкә башлығы һәм төбәктең иң юғары вазифалы кешеһе[8]. Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе. Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Ҡурған өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.
Суд власы
үҙгәртергәҠурған өлкәһе суд системаһы составында:
- Ҡурған өлкәһе суды, Рәсәй Юғары судының түбәнге инстанция суды
- Ҡурған өлкәһе арбитраж суды, Рәсәй Юғары судының түбәнге инстанция суды
Закондар сығарыу власы
үҙгәртергә- Өлкә Парламенты — Ҡурған өлкәһе думаһы.
Административ ҡоролошо
үҙгәртергәӨлкәлә 24 муниципаль район һәм 2 ҡала округы бар.
- Муниципаль райондар
- Әлмән районы
- Белозерский районы
- Варгаши районы
- Далмат районы
- Звериноголовский районы
- Каргаполье районы
- Ҡатай районы
- Кетов районы
- Ҡортамыш районы
- Лебяжье районы
- Маҡуш районы
- Мишкин районы
- Мокроус районы
- Петухов районы
- Половинское районы
- Тубыл яны районы
- Сафакүл районы
- Сиҙәм (Целинный) районы
- Частоозерье районы
- Шадрин районы
- Шатров районы
- Шумиха районы
- Щучье районы
- Юрғамыш районы
- Ҡала округттары
- Шадринск
- Ҡурған
Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек
үҙгәртергәБашҡортостан м‑н Ҡурған өлкәһе араһында Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә (1995), Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1998), Сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (2006) ҡул ҡуйылған. Башҡортостан һәм Ҡурған өлкәһе араһында сауҙа әйләнеше 2006 йылда 1485,8 млн һум тәшкил иткән. Башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәләре, 18 башҡорт фольклор, шул иҫәптән өс балалар коллективы эшләй. 1995 йылдан башлап өлкә радиоһында башҡорт телендә ай һайын «Тыуған яҡ» тапшырыуы сыға. Райондың 17 мәктәбендә (7‑һендә башҡорт теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ өйрәнелә) башҡорт халҡының тарихы һәм әҙәбиәте буйынса факультативтар, түңәрәктәр ойошторола. Әлмән районы Тәңрекүл урта мәктәбе башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү буйынса методик үҙәк итеп билдәләнгән.
2005 йылдан башлап Башҡортостан һәм Ҡурған өлкәһе ғилми һәм медицина учреждениелары араһында үҙ‑ара хеҙмәттәшлек үҫешә, атап әйткәндә, Ҡурған ҡалаһындағы академик Г. А. Илизаров исемендәге «Тергеҙеү травматологияһы һәм ортопедияһы» Рәсәй ғилми үҙәге Башҡортостандың медицина учреждениеларына консультатив һәм методик ярҙам күрһәтә. Ҡурған өлкәһендә тыуған Ғ. С.Ғәлиуллина, Ш. Ә.Манатов, Д. П.Соколов, Ғ. Ғ.Тағанов һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан менән бәйле.
Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе иҡтисад өлкәһендә төбәк-ара бәйләнеште лә йылдың-йылы әүҙемләштерә. 2016 йылдың мартында өлкәнең Ҡортамыш районы менән иҡтисади мәсьәләләрҙе үҫтереү, тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау, байытыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ РСФСР (урыҫ): Административно-территориальное деление — Известия советов депутатов трудящихся СССР, 1977. — С. 171. — 511 с. — 57000 экз.
- ↑ Шахрай С. М., Алексеев С. С., Собчак А. А., Конституционное совещание Российской Федерации, phaile Конституция Российской Федерации (урыҫ) // Российская газета — Россия: 1993. — Т. 102. — С. 102. — ISSN 1606-5484; 1560-0823
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ Губернатор Зауралья: «Я благодарен своей стране и своему народу» — 2019.
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 6,16 6,17 6,18 6,19 6,20 6,21 6,22 6,23 6,24 6,25 ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Волкова Маргарита Андреевна 2020 йыл 28 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 май 2020)
- ↑ Губернатор / ПОЛНОМОЧИЯ. Из Устава Курганской области. Правительство Курганской области Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2016)
- ↑ Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе иҡтисади партнерлыҡты үҫтерә — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 18 март (Тикшерелеү көнө: 19 март 2016)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сәмиғуллин В. К. Ҡурған өлкәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Проект «Старые фотографии и открытки Кургана и Курганской области»
- Правительство Курганской области — Официальный сайт
- Курганская областная Дума — Официальный сайт 2008 йыл 11 март архивланған.
- Портал представительных органов муниципальных районов и городских округов Курганской области — Официальный сайт 2022 йыл 2 апрель архивланған.
- Официальный сайт Администрации и городской Думы Кургана
- Управления культуры Курганской области — Официальный сайт 2021 йыл 26 февраль архивланған.
- Курганская область в справочнике-каталоге «Вся Россия» 2009 йыл 1 июль архивланған.
- Информационный портал Кургана
- Спутниковые снимки и векторные карты Кургана и Курганской области 2013 йыл 16 май архивланған.
- Лица Зауралья