Ҡорама (Учалы районы)
Ҡорама (рус. Курама) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 505 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80253884006.
Ауыл | |
Ҡорама рус. Курама | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Ҡорама |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34791 |
Почта индексы |
453710 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәҠорама ауылына Муйнаҡ ауылынан сыҡҡан 4-се кантон начальнигы Ҡорама Муйнаҡов нигеҙ һала. Барын-табынлыларҙың торағы булараҡ XIX быуат башынан билдәле була. 1834 йылда 33 йортта 214 кеше, 1859 йылда 57 йортта 451 кеше йәшәй. Ҡораманың Ишнияз (уның улдары Шарияҙ, Юныс, Шаһиәхмәт), Ураҙ (уның улдары Мөхәмәтфәруҡ, Абдуляппар) билдәле. Ҡорама ауылы халҡы — ярым күсмә халыҡ. 33 йорттан йәйләүгә 30 арба менән сыҡҡан. 33 ихатаға 250 ат, 100 һыйыр, 300 һарыҡ, 15 кәзә тура килгән. 214 кешегә (33 йорт) 1040 бот яҙғы иген сәселгән. 1920 йылда 156 ихатала 746 кеше йәшәгән[3].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәҠорама ауылы Туңғатар ауыл советына ҡарай. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры, “Йәшмә” вокал ансамбле), китапхана, мәсет бар[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 505 | 245 | 260 | 48,5 | 51,5 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (97 %)[5].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдарында
үҙгәртергә1834 йылда[6] һәм 1859 йылда[7] Ҡорама ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Географик урыны
үҙгәртергәӘсейылға йылғаһы (Уй йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 50 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Комсомольск): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡорама): 0 км[8]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Абдуллин Ринат Барый улы (17.02.1946—8.01.2008), энергетика тармағы һәм муниципаль хеҙмәт эшмәкәре. 1976—1985 йылдарҙа «Башкирэнерго» берекмәһенең Учалы район электр селтәрҙәре начальнигы; 1985—1997 йылдарҙа Белорет электр селтәрҙәренең директор урынбаҫары, директоры; 1997—2000 һәм 2002—2008 йылдарҙа Өфө ҡала электр селтәрҙәре директоры; 2000—2002 йылдарҙа Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почётлы энергетигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2006)[9].
- Ильясов Спартак Мөжәүир улы (1941—2.04.2022), комсомол һәм партия органдары, ауыл хужалығы ветераны, яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. 2012 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012).
Урамдар
үҙгәртергә- Бужин урамы (рус. улица Бужина)
- Вокзал урамы (рус. Вокзальная улица)
- Манаш урамы (рус. улица Манаш)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Яңы урам урамы (рус. Набережная улица)
- Беренсе Май урамы (рус. улица Первое Мая)
- Ринат Абдуллин урамы (рус. улица Рината Абдуллина)
- Һандуғас урамы (рус. Соловьиная улица)[10]
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергә- Көмәс тауы
- Олотау[11]
Матбуғатта
үҙгәртергә- Ҡорама кантон нәҫелдәре. Яйыҡ гәзите. 27 июль 2010 йыл, №87 (2934)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 16. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ҡорама ауылы
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Почетные граждане. Абдуллин Ринат Бариевич. Администрация муниципального района Учалинский район. Официальный сайт 2021 йыл 5 июнь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1859 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Ҡорама (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 16. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |