Ҡомъяҙы (рус. Кумьязы) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 532 кеше[3]. Почта индексы — 452980, ОКАТО коды — 80208831003.

Ҡомъяҙы
Ҡомъяҙы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ҡомъяҙы ауыл советы[d]
Административ-территориаль берәмек Иҫке Балтас ауыл Советы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 592 кеше (2002)[1],
665 кеше (2009)[1],
532 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452980
Карта

Ауылға Ҡыр Танып ырыуы башҡорттары XVIII быуатта үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Ауылға XVIII быуат аҙағында Бөрө өйәҙенең Ҡыр Танып улусы башҡорттары нигеҙ һала.

10-сы Башҡорт кантоны Ҡомъяҙы ауылы башҡорттары 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡайһы берҙәре армия өсөн тәғәйенләнгән аттарҙы тейешле ергә тиклем оҙатып барған. Мәҫәлән, 1813 йылда Әбделнасир (Ҡазбулат улы) Айытҡолов башҡорттар рус армияһына бүләк иткән аттарҙы оҙатыуҙа ҡатнашҡан һәм юлда вафат булып ҡалған тигән яҙыу һаҡланған.

1816 йылда 17 ихатала 80 кеше йәшәгән. 1834 йылда 128 кеше йәшәй, уларҙың 22 йорто була, 1859 йылда — 347 кеше (53 йорт).

1834 йылда ауыл халҡы 1256 бот иген, бер кешегә 9,8 бот, сәсә. Халыҡ йылҡы һәм һыйыр малынан тыш, 106 һарыҡ, 69 кәзә тота, 30 солоҡ һәм 12 умарта була. Ауылда мәсет булған.

1865 йылда 55 йорт хужалығында 377 кеше йәшәгән.

1906 йылда ауылда 890 кеше йәшәгән (142 йорт). 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 194 йорт хужалығында 996 башҡорт булған.

2012 йылға тиклем Ҡомъяҙы ауылында төп дөйөм белем биреү мәктәбе булған. Хәҙерге ваҡытта бында башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт йорто, магазиндар эшләй.

1989—2008 йылдарҙа ойошторолған Ҡомъяҙы ауыл Советы административ үҙәге булып торған. Әлеге ваҡытта ауыл Иҫке Балтас ауыл Советына ҡарай.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 532 261 271 49,1 50,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 76 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Йылға урамы, рус. Заречная (улица)
  • Тыныслыҡ урамы, рус.  Мира (улица)
  • Совет урамы, рус.  Советская (улица)
  • Болон урамы, рус.  Луговая (улица)
  • Йәштәр урам}} рус. Молодежная(улица)
  • Беренсе Май урамы, рус.  Первомайская (улица)
  • Октябрь урам}} рус.  Октябрьская(улица)

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы (1954 т.) — әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (2006), профессор. Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультеты деканы булып эшләгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә