Ҡолош (Татарстан)
Ҡолош[2] (татар. Колыш, рус. Кулушево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы.
Ҡолош | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Биюрганское сельское поселение[d][1] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Кама |
Почта индексы | 423889 |
География
үҙгәртергәАуыл Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
үҙгәртергәАуылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1717 йылдан билдәле[3]. Ауыл Байлар улусының Турай түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күзкәй административ-территориаль улусы составына керә[4].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[3].
1860-сы йылдарҙа бер класлы рус-башҡорт училищеһы асыла, бында 1909 йылда 44 уҡыусы иҫәпләнгән. 1870 йылда ауылда мәсет, икмәк магазины, ел тирмәне, бакалея кибете теркәлгән[4].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составында була. 1930 йылдан Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[3].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда 78 башҡорт; 1834 йылда — 123 башҡорт; 1859 йылда — 228 башҡорт; 1912 йылда — 584 башҡорт иҫәпләнгән[4][5].
1795 | 1859 | 1870 | 1884 | 1906 | 1913 | 1920 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
78 | 228 | 259 | 397 | 529 | 584 | 550 | 493 | 430 | 395 | 399 | 313 | 157 | 140 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 392. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 92-95. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 123-124. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.