Кинйәбулатов Уран Кәрим улы
Кинйәбулатов Уран Кәрим улы (25 май 1934 йыл, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Ҡолой ауылы — 4 октябрь 2003 йыл, Өфө)— башҡорт шағиры. Билдәле шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың[1] бер туған ҡустыһы. Бик күп йырҙар авторы.
Кинйәбулатов Уран Кәрим улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Биографияһы
үҙгәртергәҠолой ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Коркино тау техникумында[2] уҡый. Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Силәбе-Шахтострой» тресы карьеры етәксеһе булып башлай. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, 1957—1958 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә журналист булып эшләй.
1958—1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1962 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында (хәҙер «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы) эшләй.
Уран Кинйәбулатов шиғырҙары 1950-се йылдарҙан гәзит һәм журналдарҙа баҫылып сыға. Уның шиғырҙарына бик күп йырҙар ижад ителгән. Улар араһында, «Бөрйән егеттәре» (Йәнғәле Вәхитов көйө, 1960 йыл), «Ҡыр ҡаҙҙары», «Онот инде йөрәк яраһын» (Рим Хәсәнов көйө), «Яҙғы хистәр» (Айрат Кәримов көйө), «Мин умырзая» (Роза Сәхәүетдинова көйө) һәм башҡа билдәле йырсылар һәм ябай халыҡ яратып башҡарған йырҙар бар.
1992 йылда Уран Кәрим улының «Сейәле тау» исемле шиғри йыйынтығы донъя күрә.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Кинйәбулатов Азат Уран улы 1963 йылда Өфөлә тыуған. Яҙыусы, журналист, нейрохирург, физик культура уҡытыусыһы, медицина, физик культура һәм спорт тарихсыһы, шулай уҡ республиканың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы[3].
Китаптары
үҙгәртергә- Уран Кинйәбулатов. «Сейәле тау» (шиғәрҙар йыйынтығы), Өфө: Китап,-1992.
Уран Кинйәбулатов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар
үҙгәртергә- Салауат Низаметдинов музыкаһы: Яратам тип йырлаһам, Аҡ ҡар яуа
- Роза Сәхәүетдинова музыкаһы: Үҙең бүләк, Сейәлетау, Мин умырзая, Ташлы күл, Ромашкалар,
- Айрат Кәримов музыкаһы: Яҙғы хистәр
- Рим Хәсәнов музыкаһы: Онот инде йөрәк яраһын, Ҡыр ҡаҙҙары
- Йәнғәле Вәхитов музыкаһы: Бөрйәндең егеттәре (1960)
- Феликс Әбдрәшитов көйө: Гөлдәриә
- Ғәфүр Кинйәбулатов көйө : Йәшлек хистәре
- Абрар Ғабдрахманов көйө: Бишек йыры, Көнбағыш һ.б.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Киньябулатова Катиба Каримовна
- ↑ хәҙер Коркино тау-төҙөлөш техникумы
- ↑ Аргаяшская земля — родина поэтов Киньябулатов
Һылтанмалар
үҙгәртергәЙырҙар:
- Ҡыр ҡаҙҙары (йыр). Әлим Ҡәйүмов йырлай
- Яҙғы хистәр (йыр). Асия һәм Илфак Смаҡовтар башҡара
- Мин умырзая. Бибисара Азаматова йырлай
- Мин умырзая. Хәсән Усманов йырлай
- Бөрйәндең егеттәре. Заһир Иҫәнсурин йырлай
- Бөрйәндең егеттәре. Райман Ишбаев йырлай
- Ташлы күл. Фәрит Бикбулатов йырлай 2022 йыл 10 декабрь архивланған.