Ғәфифә Көсөкова — башҡорт халыҡ йыры Ҡолой кантон буйынса башҡорт халҡына киң билдәле Мөхәмәтҡолой (Ҡолой) (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы ) ауылын нигеҙләгән Ҡолой кантон — Мөхәмәтҡолой Көсөковтың хәләл ефете булған.

Ғәфифә Көсөкова
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған урыны Арғаяш кантоны

Мөхәмәтҡолой Көсөков 1800—1825 йылдарҙа үҙәге Иҫәнгилде ауылында булған 5‑се башҡорт кантоны башлығы вазифаһын үтәй. Иҫәнгиле ауылы зыяратында таш менән ҡоймалап алынған бер боронғо ҡәберҙе уныҡы тип һанайҙар. Был ҡәбер янында ҙур таш ҡуйылған икенсеһе бар — ауыл ҡарттары уныһына һөйөклө ҡатыны Ғәфифә ерләнгән тип һанай. Риүәйәттәр буйынса, кантон башлығының өс ҡатыны һәм 10 улы булған. Ғәфифәнең нисәнсе ҡатыны булыуы билдәле түгел һәм кантондың дәрәжәле вазифаларҙа эшләгән улдарының ҡайһыһының әсәһе булыуы тураһында ла мәғлүмәттәр әлегә табылмаған. Мәгәр, халыҡ хәтерендә ҡатыны Ғәфифә Наполеонға ҡаршы һуғышта кантон башлығы менән бергә ҡатнашҡан тигән хәтирәләр һаҡланған[1]. Ҡолой 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, ике йөҙләп яугир башлығы булған. Парижға тиклем барып еткән, полковник дәрәжәһен алған, тигән яҙмалар ҙа осрай [2]

Бәлки ауылдаштары яңылышалыр, сөнки Мөхәмәтҡолой Көсөковтың 1806—1807 йылдарҙағы Рус-прус-француз һуғышында ҡатнашыуы билдәле. 1778—1780 йылдарҙа, 1782 йылда, 1793 йылда һәм 1794 йылда Себер сик һыҙығында, ә 1785 йылда һәм 1795 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә[3]. 1812 йылда Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт юҡ. Ҡатыны Ғәфифә уны Рус-прус-француз һуғышы яу яландарында ла, сик һыҙығындағы хеҙмәтендә лә оҙатып йөрөгән булыуы ихтимал.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры. Өфө, 2011
  • Башкирские народные протяжные песни: /Сост. Л. Сальманова. — Уфа: Гилем, 2007. — 119 с.
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте,1974. 90-91-се б.

Һылтанмалар үҙгәртергә