Ҡаһарманов Әбдразаҡ Абдрахман улы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ll дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Севастополде обороналаған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары кавалеры

Ҡаһарманов Әбдразаҡ Абдрахман улы (10 март 1925 йыл — 4 ғинуар 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Ҡаһарманов Әбдразаҡ Абдрахман улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 4 ғинуар 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (76 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Әбдразаҡ Абдрахман улы Ҡаһарманов 1925 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында кустарсы ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Ғәлиәкбәр мәктәбен тамамлай.

Хеҙмәт юлын «Ҡыҙыл Байраҡ» промартелендә башлай: ағас ташыу, һалабаш һалыу, мал аҙығы әҙерләү һәм ташыуҙа ҡатнаша.

1943 йылдың 3 мартында Бөйөк Ватан һуғышына алына. 11-се авиация белгестәре әҙерләү курсынла уҡый. Курсты тамамлағас, сержант дәрәжәһендә 417-се истребителдәр полкында Ҡырым ярымутрауында алыштарҙа мастер, механик була, самолеттарҙың приборҙарын һәм ҡорамалдарын хеҙмәтләндерә. Ҡырым һәм Севастополде азат итеү операцияларында ҡатнаша. 1944 йылдың 13 сентябрендә ҡаты яраланып, госпиталдә дауаланып сыға һәм хәрби хеҙмәтен дауам итә.

1946 йылда демобилизациялана. «Ҡыҙыл Байраҡ» промартелендә етештереү мөдире, хаҡлы ялға сыҡҡансы Бөрйән урман сәнәғәте хужалығында мастер булып эшләй.

Йәмәғәт зшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • Ғәлиәкбәр ауылында мәсет төҙөү эштәрен ойоштороусыларһың береһе һәм оҙаҡ йылдар имам-хатиб вазифаһын башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены[1]
  • «Севастополде обороналаған өсөн» миҙалы
  • «Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • Хеҙмәт ветераны[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Кагарманов Абдразак Абдрахманович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 251. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә