Ҡарлыман мәмерйәһе
Ҡарлыман мәмерйәһе — Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районындағы мәмерйә. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Вертикаль һәм горизонталь тектоник ярыҡтар киҫешкән урында барлыҡҡа килгән.
Ҡарлыман мәмерйәһе | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Оҙонлоғо | 198 м |
Күләме | 1970 м³ |
һыйҙырышлы тоҡомдар | гипс |
Мәмерйәгә инеү юлы | 1 |
Ҡарлыман мәмерйәһе Викимилектә |
Урынлашыуы
үҙгәртергәҠарлыман мәмерйәһе Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан. Өршәк-Ағиҙел араһында, Ҡарлыман карст йылғаһы бассейнында, Ҡарлыман ауылынан — 3 км, Ҡырмыҫҡалы ауылынан (район үҙәге) 10 км алыҫлыҡта ята.
Бейек гипслы ҡая (урындағы халыҡ Олотау тип атай) нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Мәмерйәгә илткән юл буйында бәләкәй генә күлдәр күп. Барыһы ла карст соҡорҙары урынында хасил булған.
Географияһы
үҙгәртергәМәмерйәгә элек бер-береһенән 10 м алаҫлыҡтағы ике уйым аша инеп булған. Әлеге ваҡытта таштар емерелеп төшөп, бер уйымы бикләнгән.
Икенсе уйымы - Г хәрефенә оҡшаған бөгөлөш рәүешендә. Уның аша текә диуарлы, түбәләре горизонталь булған киң туннелгә барып сығаһың. Киңлеге 2-12 м арауығында. Бейеклеге 5 — 10 м араһында тирбәлә.
Мәмерйәнең оҙонлоғо — 198 (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 269) метр, майҙаны — 1153 кв.м, күләме — 1970 куб.м.
Әүҙем карст зонаһында урынлашҡан. Мәмерйә юлында карст соҡорҙары күп. Ҡайһылары һаҙлыҡҡа әүерелгән. Тап-таҙа һыуы менән ҡыуандырып ятҡандары ла етерлек.
Мәмерйә эргәһендә ер аҫты шишмәһе — Һарыйылғаның ҡоро үҙәне беленеп тора. Тау тоҡомдарында ҡусҡарҙарҙың ташҡа әйләнгән һөлдәләрен осратырға мөмкин.
GPS-координаталары: N 54°17’22"; E 56°10’06"
Флора һәм фаунаһы
үҙгәртергәФлора: ҡамыш, тәлмәрйен тәңкәһе, аҡ томбойоҡ, һары томбойоҡ һәм башҡалар.
Фауна: йәйгелеккә кескәй генә күлдәренә ҡыр өйрәктәре, аҡсарлаҡтар килә. Шулай уҡ, мәмерйә эргәһендәге күлдәрҙә һаҙан, суртан, алабуға һәм башҡа бик күп төр балыҡтар тереклек итә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә Ҡарлыман мәмерйәһе темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Соколов Ю. В. Ҡарлыман мәмерйәһе // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- http://www.nashural.ru/Mesta/karlamanskaya-peshera.htm 2016 йыл 22 октябрь архивланған.
- Достопримечательности Кармаскалинского района 2016 йыл 28 октябрь архивланған.
- Описание и фото