Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ:
Томбойоҡ.
Һары томбойоҡ (рус. Кубы́шка жёлтая, (лат. Núphar lútea) — күп йыллыҡ, һыуҙа үҫкән ағыулы үлән үҫемлек. Тамырһабағының оҙонлоғо 10 метрға етә. Июнь- июль айҙарында һары сәскә ата, август- сентябрҙә орлоҡтары өлгөрә. Һары томбойоҡ күл, быуаларҙа, бик әкрен аҡҡан йылғаларҙа үҫә. Башҡортостанда киң таралған үҫемлек.
Дауалау өсөн һары томбойоҡтоң тамырһабағы, япрағы һәм сәскәһе ҡулланыла. Уларҙың составында алкалоидтар, танин, минераль тоҙҙар һәм башҡа биологик актив матдәләр бар.Сәскәһендә бынан тыш гликозид табылған.