Аҡ томбойоҡ
Аҡ томбойоҡ (лат. Nymphaéa) — томбойоҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Күп йыллыҡ үлән, тамырһабаҡлы һыу үҫемлеге.
Аҡ томбойоҡ | |||||||||||||||||
Кувшинка белая — типовой вид рода Кувшинка. Общий вид группы цветущих растений. Норвегия | |||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||
Nymphaea L., 1753 | |||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||
Төр өлгөһө | |||||||||||||||||
Төр | |||||||||||||||||
Тексты ҡара
| |||||||||||||||||
|
Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
үҙгәртергәЯпрағының оҙонлоғо 10—30 см, дуға һымаҡ һеңерсәле түңәрәк‑эллиптик йәки йөрәксә‑ялпаҡ формала, шыма ситле йәки уймалы, төкһөҙ, йөҙөүсе, сиратлы, оҙон һаплы. Сәскәһе эре, аҡ, ике енесле, актиноморф, яңғыҙ, оҙон сәскә һаплы. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — еләк һымаҡ, тумалаҡ, июль—октябрҙә өлгөрә.
Таралышы
үҙгәртергәКүлдә, быуала, ҡылыла һәм йылға ҡултыҡтарында үҫә, башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған.
Яҡынса 50 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда аҡ томбойоҡ үҫә.
Файҙаланылышы
үҙгәртергәСоставында алкалоидтар, дуплау матдәләре, йөрәк гликозидтары, крахмал, май (орлоҡ), флавоноидтар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Тамырһабағы һәм орлоғо һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар, йылға ҡондоҙо, ондатра һ.б.өсөн аҙыҡ булып тора.
Һүрәттәр
үҙгәртергә-
Nymphaea 'Attraction'
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы. Аҡ томбойоҡ(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Wiersema J. H. Reproductive biology of Nymphaea (Nymphaeaceae) // Ann. Missouri Bot. Gard : ежегодник. — 1988. — № 75. — P. 795—804.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Blumen Garten Pflanzen Bilder Botanik — Seerosen (Nympaea) 2008 йыл 24 декабрь архивланған.
- Kit Notts, «The first hybrid waterlilies» 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |