Ҡамыш (тростник)
Ҡамыш (тростник) | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Phragmites australis (Cav.) Trin. ex Steud. | ||||||||||||||||||
Синонимы | ||||||||||||||||||
|
Ҡамыш ябай, тростник (Phragmites) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Таралышы
үҙгәртергә5 төрө билдәле, Арктика һәм Антарктиканан башҡа бөтә ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай йәки көньяҡ ҡамышы үҫә. Йылға һәм күлдәрҙең яр буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа, һаҙлыҡлы болондарҙа, ҡайһы берҙә һуғарылыусы баҫыуҙарҙа үҫә, республиканың бөтә биләмәһендә лә таралған.
Ботаник яҙма
үҙгәртергәОҙон үрмәле тамырһабаҡлы күп йыллыҡ эре үлән[1]. Һабағы төҙ, япраҡлы, бейеклеге 0,5—4 м.[2] Япраҡтары ҡыяҡ‑ланцет, ҡаты, ситтәре осло‑ҡытыршы. Башаҡтары 3—7 сәскәле, төклө ҡылсыҡтар менән. Сәскәлеге — миләүшә йәки көмөш‑көрән төҫтәге ҡуйы йөнтәҫ һепертке. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—сентябрҙә өлгөрә.
Әһәмиәте һәм ҡулланылышы
үҙгәртергәҠамыш торф һәм ҡамышлы уйһыу ярҙар барлыҡҡа килеүенә, һаҙ тупраҡтарының кибеүенә, ҡомлоҡтарҙың нығыныуына булышлыҡ итә. Кәрзиндәр, септәләр үреү, ҡағыҙ, муз. инструменттар эшләү өсөн ҡулланыла. Составында витаминдар, углеводтар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында файҙаланыла. Декоратив, мал аҙығы, ашарға яраҡлы, техник үҫемлек.[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Несмотря на то, что принятый видовой эпитет australis буквально означает «южный», название «Тростник обыкновенный» в русскоязычной научно-популярной литературе более распространено.
- ↑ 2,0 2,1 Дикие съедобные растения / Под ред. акад. В. А. Келлера; АН СССР; Моск. ботан. сад и Ин-т истории матер. культуры им. Н. Я. Марра. — М.: б. и., 1941. — С. 6—7. — 40 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 191. Phragmites australis (Cav.) Trin. ex Steud. (P. communis Trin.) — Тростник обыкновенный, или южный // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2002. — Т. 1. Папоротники, хвощи, плауны, голосеменные, покрытосеменные (однодольные). — С. 285. — ISBN 8-87317-091-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡамыш (тростник) GRIN сайтында мәғлүмәт
- Ҡамыш (тростник): «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL)
- Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (1890—1907).
Ҡамыш (тростник) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.