Ҡараҡором шоссеһы
Ҡараҡором шоссеһы (урду شاہراہ قراقرم, Śāharāha qarāqaram; ҡыт. 喀喇昆仑公路, пиньин Kèlǎkūnlún Gōnglù; рус. Каракорумское шоссе) йәки Ҡараҡором автомобиль юлы[1] — 1300 километрлыҡ бейек тауҙар аша үткән автомобиль юлы, Ҡараҡоромдо Хунджераб артылышы аша 4693 м бейеклектә киҫеп үтә.
Ҡараҡором шоссеһы | |
N-35 | |
Автодорога Викимилектә |
Ҡараҡором шоссеһы | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Китай | |||||||
Ябайлаштырылған ҡытай теле: | 喀喇昆仑公路 | ||||||
| |||||||
ur name | |||||||
ur: | شاہراہ قراقرم śāharāha qarāqaram |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҠараҡором шоссеһы — донъялағы иң бейек халыҡ-ара шоссе. Ул 1966 йылдан 1986 йылға тиклем боронғо Бөйөк ебәк юлы маршруты буйынса төҙөлгән. 806 км алыҫлыҡта урынлашҡан шоссе төҙөүгә сығымдар Пакистандан, ә ҡалған 494 км СУАР-ҙан (Ҡытай), өс миллиард доллар самаһы тәшкил иткән[2]. Төҙөлөш ваҡытында гөрөндәрҙән һәм ҡолап төшөүҙәрҙән 810 пакистанлы һәм 82 ҡытай эшсеһе һәләк булған[3]. Ҡышҡы ваҡытта гөрөн төшөү ҡурҡынысы арҡаһында Ҡараҡором шоссеһы буйлап хәрәкәт ябыла.
Ҡытай территорияһында шоссе Годао 314 республика трассаһы булараҡ билдәләнә.
Шоссеның өҙөлөүе
үҙгәртергә2010 йылдың ғинуарында Хунза тау йылғаһы йырҙаһын ҡаплап торған көслө ер һелкенеүе булғас, автомобиль юлы буйынса бәйләнеш өҙөлә. Һыу ағымын ҡаплау һөҙөмтәһендә Аттабад күле барлыҡҡа килә, әкренләп 20 км самаһы шоссены, эргә-тирәләге территорияларҙы һәм тораҡ пункттарҙы һыу баҫҡан һәм емергән.
Һыу баҫҡан шоссе участкаһы аша пассажирҙар һәм йөк бәйләнеше кәмәләрҙә башҡарыла.
Яңы маршрут
үҙгәртергә2015 йылда күлде урап үткән 24 километр оҙонлоғондағы шоссе участкаһы төҙөлөшө тамамлана, ул дөйөм оҙонлоғо 7 километрлыҡ биш тоннель, 2 ҙур һәм 78 бәләкәй күперҙе үҙ эсенә ала.[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Каракорумская автомобильная дорога // Военная энциклопедия / П. С. Грачёв. — Москва: Военное издательство, 1995. — Т. 3. — С. 481. — ISBN 5-203-00748-9.
- ↑ Китай выделил 6 миллионов долларов на ремонт Каракорумского шоссе // podrobnosti.ua . Дата обращения: 10 август 2008. Архивировано 16 март 2008 года.
- ↑ Пакистан и Каракорумское шоссе — Азиатский курьер . Дата обращения: 9 август 2008. Архивировано 18 ноябрь 2008 года.
- ↑ Премьер-министр Наваз открыл тоннели пакистано-китайской дружбы в обход озера Аттабад . Дата обращения: 21 ғинуар 2022. Архивировано 4 сентябрь 2020 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сарина Сингх, Оуэн Беннетт-Джоунс, Линдси Браун, Джон Мок. Пакистан и Каракорумское шоссе. Одинокая Планета, 2004.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.