Ҡарама бәшмәге
Ҡарама бәшмәге
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Бәшмәктәр
Бүлексә: Basidiomycota
Класс: Agaricomycetes
Тәртип: Agaricales
Ғаилә: Pleurotaceae
Ырыу: Pleurotus
Төр: Ҡарама бәшмәге
Латинса исеме
Pleurotus ostreatus (Jacq.) P.Kumm., 1871
NCBI 5322

Ҡарама бәшмәге (лат. Pleurotus ostreatus) — ашарға яраҡлы бәшмәк, ҡарама бәшмәктәре ырыуынан һәм шул уҡ ғаиләлектән.

  • Латин телендәге исемдәре:
    • Agaricus ostreatus Jacq.
    • Crepidopus ostreatus (Jacq.) Gray
    • Dendrosarcus ostreatus (Jacq.) Kuntze

һәм башҡалар.[1].

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Эре генә бәшмәк. Эшләпәһе әйләнмәһе 5-15(30) см, итләс, һабағы юҡ тиерлек, түңәрәк, ситтәре йоҡа ғына. Формаһы ҡолаҡҡа оҡшаған, ҡабырсыҡ һымағыраҡ, йәки бөтөнләй түңәрәк. Йәш бәшмәктәрҙең эшләпәһе асылмаған, ситтәре бөгәрләнгән була. Һуңғараҡ киңәйә һәм буранка һымаҡ формаһын ала, һырлана. Эшләпәһенең өҫтө шыма, ялтырап тора, йышыраҡ һырлы. Еүеш урындарҙа үҫкән бәшмәктең эшләпәһе өҫтө Мицелий менән ҡаплана. Эшләпәһенең төҫө үҙгәреүсән, йәш бәшмәктәрҙә ҡара-һоронан алып, өлгөргән бәшмәктәрҙә көлһыу һоро, фиолет төҫөнәсә, ә ваҡыт үтә бара һоро йәки һарғылт төҫкәсә үҙгәрә.

Һабағы бик ҡыҫҡа (ҡайһы саҡ беленмәй ҙә), тығыҙ, тоташ, эксүҙәкле йәки ян яҡтан, цилиндр рәүешендә, тамырға табан нәҙегәйә, күп осраҡта кәкрәйгән була. 2-5 см оҙонлоғонда һәм 0,8 — 3 см ҡалынлығында. Һабағының тышы аҡ, шыма; тамырға табан һоро һәм сүсле. Иҫке бәшмәктәрҙең һабағы бик ҡаты була.

Пластинкалары уртаса йышлыҡта, 3 — 15 мм киңлегендә, йоҡалар, һабаҡтары янында Анастомоздар бар. Йәш бәшмәктәрҙә аҡһыл, ҡартая килә һарғая бара. Споралары аҡ йәки алһыу,8 — 13 ? 3 — 4 мкм шыма, цилиндр һымаҡ, оҙонса түңәрәк, төҫһөҙ.

Йомшағы аҡ, йәш бәшмәктәрҙә һутлы, ҡартая бара ҡата һәм сүсләнә. Еҫе юҡ, тәме әнис тәмен ала, сөнки унда бензальдегидбар. [2].

Ағас серетеүсе бәшмәк-сапрофит (ксилофит), уртаса бүлкәттең урмандарында киң таралған. Төркөмләп, һирәкләп, берәмләп тә ағас төпһәләрендә, ауған ағастарҙа, ултырып ҡороған ағастарҙа һәм үҫеше насарланған ағастарҙа осрай. Улар имән, ҡайын, миләш, уҫаҡ, өйәңке ағастарын үҙ итә. Һирәкләп ылыҫлы ағачтарҙа ла осратырға мөмкин. Ылыҫлы урмандарҙа һирәк,ҡатнаш урмандарҙа һәм япраҡлы урмандарҙа бик йыш осрай. Ағас олондарында ерҙән бейектә үҫә. Улар ҡатлы ҡатлы булып, бер урындан бик күп сығып үҫә(30 һәм унан да күберәк ). Ярустар барлыҡҡа килтерәләр.

Сентябрҙән алып, ноябрь-декабргәсә осратырға мөмкин. Күпләп сентябрь, октәбрь айҙарында. Түбән температураға ла сыҙамлы.Һалҡынса һауа торошо булған осорҙа, май-июнб айҙарында ла осратырға мөмкин.

Ҡарама бәшмәге япраҡлы (һирәкләр булһа ла ылыҫлы) ағастарҙа һары төҫтәге сөрөк барлыҡҡа килтерә. Ҙарарланыу, ҡышын һыуыҡта ярылған ағас ярыҡтарындағы әҙ генә серегән урында ла үҫеш ала. Бәшмәк ҡороған ағаста ла үрсей ала[3].


Ҡарама бәшмәге зарарлы бәшмәктәргә керә. Ул нематотоксин бүлеп сығарып нематодаға әйләндерә һәм үҫешен туҡтата.Шулай итеп үҙе өсөн азот барлыҡҡа килтерә.[4]

Оҡшаштары

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә уның ағыулы оҡшаштары юҡ. Австралияла бар тигән сығанаҡтар бар. Ул бәшмәк Omphalotus nidiformis (Berk.) O.K. Mill. төрөнән һәм ғаиләлеге Omphalotaceae[5].


Шулай ҙа ашарға ярамаған йәки шартлы ашарға ярамаған оҡшаш ағаста үҫеүсе, ҡарама бәшмәктәре бар. Ул (Lentinellus ursinus (Fr.) Kuhner),бик ныҡ әсе[6].

Ырыуҙаш төрҙәр

үҙгәртергә

Оҡшаш төрө - мөгөҙ һымаҡ ҡарама бәшмәге (Pleurotus cornucopiae (Paulet) Rolland) ябай ҡарама бәшмәгенән асыҡ төҫө, эшләпәһенең һарғылтлығы һәм пластинкаларының сатраш һымаҡ тоташыуы менән айырыла. Йәй уртаһынан алып, көҙ башына хәтле үҫеүсе аҡ ҡарама бәшмәге лә (Pleurotus pulmonarius (Fr.) Quel.), асыҡ төҫө һәм йомшағының һарғылт булыуы менән айырыла.

Ҡулланылышы

үҙгәртергә

Ашарға яраҡлы. 7-10 см ҙурлыҡтағы йәш бәшмәктәр файҙаланыла. Уларҙың ҡаты һаптары алып ташлана. Ҡартайған бәшмәктәр ҡаты була.


Аҙыҡ һәм дауалаү ҡиммәте

үҙгәртергә

Ул аҙ калориялы булған өсөн, диетик аҙыҡ булараҡ ҡулланыла.Калориялығы (38-41 ккал) [7] һәм ул кеше организмына кәрәк булған бик күп матдәләрҙән тора.

аҡһымдар бәшмәктең (15 %-25 %) самаһын тәшкил итә[7] и составу аминокислоталар составы буйынса, алыштырғыһыҙ булған (валин, изолейцин, лейцин, лизин, метионин, треонин, триптофан, фенилаланин)дарҙы керетеп, ул барлыҡ йәшелсә аҙыҡтарын уҙып китә, ҡуҙаҡлыларҙан ғына ҡалыша, һәм ит- һөт аҙыҡтарына тиң тиерлек. Аҡһымдар организмда тиҙ үҙләштерелә. Уны фвйҙаланыуға йылытып әҙерләгәндә 70 %-ҡаса күтәрелә. Арыш икмәгенең үҙләштерелеүенә тиң.

Майҙар унда бик аҙ миҡдарҙа, ни бары 100 грам киптерелгән бәшмәктә 2,2 мг.[7], 67 % май кислоталары тәшкил итә. Улар атеросклерозға ҡаршы тора, сөнки ҡандағы триглицеридтарҙы һәм холестеринды кәметә. Унан тыш ҡарама бәшмәге статиндар сығанағы (ловастатин), холестеринларҙы синтезлаусы ингибитор[8].

Углеводы ҡарама бәшмәгенең киптерелгән массаһында 68-74 % тәшкил итә. Улар еңел үҙләштерелеүсе углеводтар (глюкоза, фруктоза, сахароза) 14-20 % тирәһе [9]. Полисахаридтар бета-глюкандар (лентинан), шештәргә ҡаршы тороусанлыҡты һәм иммунитетты күтәрә. ; клетчаткалар фракцияһына кереүсе маннит һәм хитин ағыулы матдәләргә эфектлы сорбент булып тора.

Минераль матдәләр араһында, кеше организмы өсөн файҙалы калий, фосфор, тимер, шулай уҡ кальций, кобальт, селен, цинк, баҡыр һәм башҡа төр элементтар бар. Ҡарама бәшмәге һыуҙа һәм майҙа иреүсән витаминдар сығанағы ла. Уны был йәһәттән ит-һөт аҙыҡтары һәм йәшелсәләр менән бер рәткә ҡуйып була. Шулай уҡ аскорбино кислотаһына, РР витаминына йәшелсәләргә ҡарағында 5-10 тапҡырға байыраҡ[7], D2, Е.

Ҡарама бәшмәге сәнәғәт масштабында донъя илдәренең барыһында ла (шул иҫәптән Рәсәйҙә) культуралаштырылған. Сөнки ҡарама бәшмәген, башҡа бәшмәҡтәргә ҡарағанда үҫтереүе еңел. Ул целлюлоза һәм лигнин булған бар ерҙә үҫә. Әйтәйек, Ағас эшкәртеү сәнәғәтенең ҡалдыҡтары -бысҡы ваҡтары, ағас ҡабыҡтары, юнысҡылар һәм ҡағыҙҙар, ҡарама үҫтереүҙә файҙаланыла. Шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһы булған һалам, кукуруз сәкәне һәм һабағы, шәкәр тростнигы ҡамышы, көнбағыш баштары бәшмәк үҫтереү өсөн яҡшы сеймал. Былай үҫтереү бик файҙалы, йылына 350—420кг/м? [10].

Бәшмәктең файҙаланғандан ҡалған ҡалдыҡтарын һыйыр малына, тауыҡ себештәренә һәм сусҡаларға ҡиммәтле аҙыҡ булараҡ файҙаланыла. Башҡа төрт бәшмәктәр үҫтереү өсөн компост әҙерләйҙәр.(Stropharia rugosoannulata)[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. По данным сайта MycoBank
  2. Beltran-Garcia, M. J., M. Estearron-Espinosa, and O. Tetsuya 1997. Volatile compounds secreted by the oyster mushroom (Pleurotus ostreatus) and their antibacterial activities. Journal Agricultural and Food Chemistry. 45:4049-4052. // Abstract.
  3. По данным сайта WEB-энциклопедия патологии леса(недоступная ссылка).
  4. George Barron’s Website on Fungi 2008 йыл 2 июнь архивланған..
  5. Morwell National Park — Species — Omphalotus nidiformis.
  6. TomVolkFungi.net. Pleurotus ostreatus(недоступная ссылка).
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 County Line Mushrooms 2008 йыл 21 июнь архивланған..
  8. J. Alarcon, S. Aguila, P. Arancibia-Avila, O. Fuentes, E. Zamorano-Ponce, and M. Hernandez. Production and Purification of Statins from Pleurotus ostreatus (Basidiomycetes) Strains. Full Text.
  9. По данным сайта «Домашнее грибоводство» 2008 йыл 23 июнь архивланған..
  10. 10,0 10,1 По данным сайта Региональный центр «Бионика».
  • Аурел Дермек. Грибы. — Братислава: Словарт, 1989. — стр. 60.
  • З. А. Клепина и Е. В. Клепина. Справочник грибника. — Москва: АСТ-ПРЕСС, 2006. — 256 с (стр. 88)
  • «Грибы». Справочник. / пер. с итал. Ф.Двин — Москва: АСТ. Астрель, 2004. — 303 с (стр. 146)
  • «Грибы. Справочник-определитель. Более 120 видов» / Автор-составитель Н. Е. Макарова — Москва: АСТ, Минск: Харвест, 2005—320 с (стр. 238)
  • Bernas E., Jaworska G., Lisiewska Z., 2006. EDIBLE MUSHROOMS AS A SOURCE OF VALUABLE NUTRITIVE CONSTITUENTS. Acta Sci.Pol., Technol. Aliment. 5 (1), 5-20. pdf.
  • Lechner, B.E.; Wright, J.E.; Alberto, E. et al. (2004) The genus Pleurotus in Argentina. Mycologia: Vol. 96, No. 4 pp. 845–858. C сайта Mycobank.
  • Сержанина Г. И. Шляпочные грибы Белоруссии. — Минск: Наука и техника, 1984.

Һылтанмалар

үҙгәртергә