Титан (юлдаш)

Сатурндың иң ҙур юлдашы

Титан (бор. грек. Τιτάν) — Сатурндың иң ҙур юлдашы, Ҡояш системаһында ҙурлығы буйынса, Юпитер юлдашы Ганимедтан ҡала, икенсе урында. Ҡояш системаһында, Ерҙән башҡа, өҫтөндәге шыйыҡсаның тотороҡло һаҡланыуы иҫбатланған берҙән-бер есем[4], һәм планетаның тығыҙ атмосфераға эйә булған берҙән-бер юлдашы.

Титан
Рәсем
Масса 134,518 ± 0,003 йоттаграмм[1][2]
Кем хөрмәтенә аталған титан[d]
Иң юғары нөктә Митрим[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Христиан Гюйгенс[d][3]
Асыу датаһы 25 март 1655
Родительское тело Сатурн
Апоцентр 1 257 060 km
Перицентр 1 186 680 km
Орбита эксцентриситеты 0,0288
Орбитальный период 15,945421 ± 1,0E−6 тәүлек
Большая полуось орбиты 1 221 870 ± 1 km
Альбедо 0,22
Тығыҙлыҡ 1,8798 ± 0,0044 грамм на кубический сантиметр[1]
Радиус 2574 km
Астрономик символ һүрәте
Диаграмма сравнения размеров
 Титан Викимилектә

Титан Сатурндың иң беренсе булып билдәле булған юлдашы — уны 1655 йылда голланд астрономы Христиан Гюйгенс аса.

Титандың диаметры — 5152 км, был Ай диаметрына ҡарағанда 50 процентҡа артығыраҡ, шул уҡ ваҡытта Титан Ер юлдашын массаһы буйынса 80 процентҡа уҙып китә. Титан шулай уҡ күләме буйынса Меркурий планетаһынан ҙурыраҡ, әммә ул массаһы буйынса унан ҡалыша. Титандың тартыу көсө Ерҙең тартыу көсөнөң етенән бер өлөшөн тәшкил итә. Титандың массаһы Сатурндың бөтә юлдаштары массаһының 95 процентына тигеҙ.

Титандың өҫтө, нигеҙҙә, һыулы боҙҙан һәм һарҡынды органик матдәләрҙән тора, геологик йәһәттән йәш, аҙ һанлы тау түбәләстәрен һәм кратерҙарҙы, шулай уҡ бер нисә криовулканды иҫәпкә алмағанда, башлыса, тигеҙ. Титанды уратып алған тығыҙ атмосфера 2004 йылда «Кассини-Гюйгенс» аппараты осоп килгәнгә тиклем юлдаштың өҫтөн күреү мөмкинлеген бирмәй.

Атмосфераһы күбеһенсә азоттан тора, шулай уҡ ҙур булмаған миҡдарҙа метан һәм этан бар, улар шыйыҡ һәм ҡаты яуым-төшөмдөң сығанағы булған болоттарҙы барлыҡҡа килтерә. Өҫтөндә метан-этан күлдәре һәм йылғалары бар. Өҫтөндәге баҫым ер атмосфераһы баҫымынан 1,5 тапҡырға артығыраҡ. Уның өҫтөндәге температура — минус 170—180 °C.

Температураһы түбән булыуға ҡарамаҫтан, Титан Ерҙең иртә үҫеш стадияһы менән сағыштырыла, шуға күрә юлдашта тереклектең иң ябай формаларының булыу мөмкинлеген инҡар итергә ярамай, атап әйткәндә, шарттары юлдаштың өҫтөндәгенә ҡарағанда күпкә уңайлы булған ер аҫты һыу ятҡылыҡтарында[5][6].

Асыу тарихы һәм атамаһы үҙгәртергә

 
Христиан Гюйгенс Титанды 1655 йылда таба

Титанды 1655 йылдың 25 мартында голланд физигы, математигы һәм астрономы Гюйгенс Христиан аса[7]. Галилей өлгөһөнән илһамланып, Гюйгенс ағаһы Константин менән бергә апертураһы 57 мм һәм ҙурайтыү сифаты 50 тапҡырҙан ашыуға артҡан телескоп уйлап таба[8].

Гюйгенс шул телескоп ярҙамында Ҡояш системаһындағы планеталар — Марс, Венера, Юпитер һәм Сатурнды күҙәтә. Ғалим 16 көн эсендә һуңғы планета тирәләй тулы әйләнеш яһаған сағыу төҫтәге есемде күреп ҡала. Дүрт әйләнештән һуң, 1655 йылдың июнендә, Сатурн ҡулсалары, Ергә ҡарата түбән ауышып күҙәтеүгә ҡамасауламаған мәлдә, Гюйгенс Сатурндың юлдашын табыуына тулыһынса инана. Гюйгенс үҙенең асышын Овидийҙың «Фаста» поэмаһы[9] юлдарын nostris admovere distantia oculis sidera анаграммаһы рәүешендә шифрлай, был анаграмманы 1655 йылдың 13 июнендә Джон Валлисҡа хат аша ебәрә. Анаграмманы Гюйгенс 1656 йылдың 13 мартында Валлисҡа яҙған хатында аңлата: лат. Saturno luna sua circumducitur diebus sexdecim horis quatuor (Юлдаш Сатурн тирәләй 16 көн һәм 4 сәғәт эсендә әйләнеп сыға)[10]. Был — телескоп уйлап табылған мәлдән алып икенсе тапҡыр күк есеме тирәләй әйләнгән юлдашты асыу. Бынан 45 йыл элек Галилей Юпитерҙың дүрт юлдашы булыуын асҡан була.

Ике быуаттан ашыу, ғәмәлдә, юлдаш исемһеҙ ҡала, Гюйгенс яңы күк есемен ябай ғына итеп Saturni Luna («Сатурн айы» латынь буйынса) тип атай. Ҡайһы бер астрономдар уны «Гюйгенс юлдашы» йәки «Huyghenian» тип йөрөтә. Джованни Кассини Сатурндың тағы ла дүрт юлдашын асҡандан һуң астрономдар Титанды Сатурн IV атай башлай, сөнки ул планетанан дүртенсе урында тора[11]. 1789 йылдан һуң, планетаның яңы юлдаштары асылыуға бәйле, атама биреүҙәге был ысул бөтөрөлә, сөнки улар билдәлеләренә ҡарағанда планета орбитаһына яҡыныраҡ урынлашҡан булалар.

«Титан» исеме 1847 йылда Джон Гершелдең (Мимас менән Энцеладты асҡан Уильям Гершелдең улы) «Изге Өмөт морононда яһалған астрономик күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләре» тигән мәҡәләһе баҫылып сыҡҡандан һуң ҡулланыла башлай. Астроном мәҡәләһендә Сатурндың ул ваҡытта билдәле булған ете юлдашын Кроностың (рим аллаһы Сатурндың грек аналогы) һеңлеләре һәм ҡустылары исемдәре менән атарға тәҡдим итә[12].

Орбитаһы һәм әйләнеше үҙгәртергә

 
Сатурндың башҡа эре юлдаштары араһында Титан орбитаһы (ҡыҙыл һыҙыҡ менән бирелгән). Титан орбитаһынан ситтә — Япет һәм Гиперион, эсендә — Диона, Тефия, Энцелад һәм Мимас
 
Ерҙең, Титандың (түбәндә һулда) һәм Айҙың ҙурлыҡтарын сағыштырыу

Титан орбитаһының радиусы 1 221 870 км (Сатурн радиусынан 20,3), шулай итеп, ул Сатурн ҡулсаһынан тышта урынлашҡан, Сатурн ҡулсаларының иң ситтәгеһе (Е) планетанан яҡынса 750 000 километр алыҫлыҡта. Яҡындағы ике юлдаштың орбиталары Сатурндан 242 000 км алыҫлыҡта (Гиперион) һәм планетаға 695 000 км яҡыныраҡ (Рея) үтә. Гиперион орбиталь резонанс 3:4 булдыра. Титан Сатурн тирәләй дүрт тапҡыр әйләнеш яһағанда, Гиперин ни бары өс тапҡыр ғына әйләнә[13].

Титан планета тирәләй 15 көн, 22 сәғәт һәм 41 минутта тулы әйләнеш яһай, уртаса тиҙлеге — 5,57 км/с. Юлдаштың орбитаһы түңәрәк түгел һәм эксцентриситетҡа эйә (0,0288-гә тигеҙ). Орбита яҫылығы Сатурн экваторнан һәм ҡулсалар яҫылығынан 0,348 градусҡа ауышҡан.

Ҡояш системаһындағы планеталарҙың Ай һәм күп кенә башҡа юлдаштары кеүек, Ай менән Ҡояштың тартыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән ташыу көстәренең тәьҫир итеүе һөҙөмтәһендә, Титан планетаға ҡарата синхрон әйләнә. Тимәк, Титандың үҙ күсәре тирәләй әйләнеү осоро менән Сатурн тирәләй әйләнеү осоро тап килә, һәм юлдаш планетаға ҡарата һәр саҡ бер үк яғы менән ҡарап тора. Шул яғының үҙәге аша үткән меридиандан киңлеге иҫәпләнә лә инде.

 
Титандың «Кассини» эшләгән 4 инфраҡыҙыл фотографиянан төҙөлгән һүрәте

Сатурндың әйләнеү күсәре ауышлығы 26,73° тәшкил итә, тап ул планетала һәм уның юлдаштарының көньяҡ һәм төньяҡ ярымшарҙарында йыл миҙгелдәренең алмашыныуын тәьмин итә. Һәр миҙгел яҡынса ерҙәге 7,5 йылдан тора, сөнки Сатурн яҡынса 30 йылда Ҡояш тирәләй тулы әйләнеш яһай. Титандың орбитаһы яҫылығына перпендикуляр булған уның әйләнеү күсәре Сатурндың әйләнеү күсәренә табан йүнәлтелгән. 2009 йылдың авгусында Титандың көньяҡ ярымшарында һуңғы йәй тамамлана.

Сатурн һәм Титан массаларының үҙәге Сатурн үҙәгенән ни бары 30 км алыҫлыҡта[14] һәм Сатурн 4227 тапҡырға ҙурыраҡ, шуға күрә юлдаш планета хәрәкәтенә бик аҙ миҡдарҙа йоғонто яһай.

Үлсәме һәм массаһы үҙгәртергә

Титандың диаметры 5152 км, һәм ул Ҡояш системаһында, Юпитерҙың юлдашы Ганимедтан ҡала, ҙурлығы буйынса икенсе юлдаш.

Оҙаҡ ваҡыт астрономдар Титандың диаметры 5550 км тәшкил итә тип иҫәпләй, тимәк, Титан Ганимедтан ҙурыраҡ булып сыға. Ләкин «Вояжер-1» аппараты менән үткәрелгән тикшеренеүҙәр Титанда тығыҙ һәм үтә күренмәле булмаған атмосфераның булыуын күрһәтә, ул объекттың аныҡ үлсәмен билдәләргә ҡамасаулаған була[15].

Титан диаметры, шулай уҡ уның тығыҙлығы һәм массаһы Юпитер юлдаштары — Ганимед һәм Каллистоныҡынаоҡшаш. Титан Айҙан (радиус буйынса) яҡынса 50 процентҡа ҙурыраҡ һәм массаһы буйынса 80 процентҡа уҙа. Титан шулай уҡ күләме уҙып планета Титан Меркурий планетаһынан да үлсәмдәре буйынса ҙур, ә бына массаһы буйынса ҡалыша. Ирекле төшөү тиҙләнеше 1,352 м/с² , тимәк, ауырлыҡ көсө ерҙең был күрһәткесенең етенән бер өлөшөн тәшкил итә (9,81 м/с²).

Төҙөлөшө үҙгәртергә

 
Атмосфераһының ҡатламлы төҙөлөшө, «Кассини», 2004 йыл, тәбиғи төҫтәге һүрәт

Титан яртылаш һыулы боҙҙон һәм яртылаш — тау тоҡомонан тора[16]. Составы буйынса ҡайһы бер башҡа эре газ планеталары юлдаштарына оҡшаш: Ганимед, Европа, Каллисто, Тритон, әммә атмосфераһының составы һәм структураһы менән уларҙан ныҡ айырыла.

Атмосфераһы үҙгәртергә

Меркурий һәм Ганимед менән үлсәмдәрен сағыштырғанда Титандың ҡалынлығы 400 км булған ҙур атмосфераһы бар[17]. Хәҙерге заман баһаһы буйынса Титандың атмосфераһында азот 95 %, һәм ул, Ер атмосфераһы менән сағыштырғанда, юлдаш өҫтөнә яһаған баҫымы 1,5 тапҡырға күберәк[18]. Атмосферала булған метан юғары ҡатламдарҙа фотолиз процесына килтерә һәм бер нисә ҡат углеводород «болото» хасил була, шунлыҡтан Титан — Ҡояш системаһында өҫтөн оптик диапазонда күҙәтеү мөмкин булмаған берҙән-бер юлдаш.

Атмосфераның килеп сығышы үҙгәртергә

 
Титан атмосфераһының өҫкө ҡатламы һәм Сатурндың көньяҡ ҡотобо. «Кассини», 2005 йыл.

Атмосфераһының барлыҡҡа килеүе тураһында берҙәм генә фекер юҡ. Бер нисә фараз бар, ләкин уларҙың һәр береһенә ҡарата етди контраргумент ҡуйыла[19].

Структураһы үҙгәртергә

 
Титан һәм Ер атмосфераларын сағыштырыу

Титан атмосфераһының сиге, Ерҙекенә ҡарағанда яҡынса 10 тапҡырға юғарыраҡ[17]. Тропосфера сиге 35 км бейеклегендә урынлашҡан. 50 км бейеклегенә тиклем киң тропопауза ята, унда температура даими булып ҡала, ә шунан һуң температура күтәрелә башлай. Юлдаштың өҫтөндә минималь температура −180 °C самаһы тәшкил итә, бейеклек артыу менән бергә температура әкренләп күтәрелә һәм Титан өҫтөнән 500 км алыҫлыҡта −121 °C градусҡа етә. Титандың Ионосфераһы, ерҙекенә ҡарағанда, ҡатмарлы структураға эйә, уның төп өлөшө 1200 км бейеклектә урынлашҡан. Титанда икенсе, ионосфераның түбәнге ҡатламының барлығы көтөлмәгән хәл була, ул 40 һәм 140 километрҙар араһында ята (иң юғары электр үткәреүсәнлек 60 км бейеклектә).

Атмосфераһының составы үҙгәртергә

 
Титан атмосфераһының өҫкө ҡатламында, ~1000 км бейеклегендә, толиндар — ҙур молекуляр массалы ҡатмарлы органик молекулаларҙың барлыҡҡа килеүе[20]

Ер менән Титан — Ҡояш системаһында, нигеҙҙә, азоттан торған тығыҙ атмосфералы ике генә есем (Тритон менән Плутон да шыйығайтылған азот атмосфераһына эйә).Титан атмосфераһының 98,4 проценты азоттан һәм яҡынса 1,6 проценты аргон һәм метандан тора, был ҡатнашмалар концентрацияһы, башлыса, атмосфераның өҫкө ҡатламында 43 процентҡа етә. Шулай уҡ атмосферала этан, диацетилен, метилацетилен, цианоацетилен, ацетилени, пропан, углекислый газ, һөрөм газы, гелийҙың эҙҙәре лә бар . Ирекле кислород бөтөнләй юҡ.

Титан ниндәй ҙә булһа йоғонто яһай алырлыҡ магнит ҡырына эйә булмағанға күрә, атмосфераһының бигерәк тә өҫкө ҡатламына ҡояш еле бик ныҡ тәьҫир итә. Бынан тыш, атмосфераһы йыһан һәм ҡояш нурланыштарына дусар ителә, улар ошо нурланыштар йоғонтоһо аҫтында, атап әйткәндә, ультрафиолеттан, азот һәм метан молекулалары иондарға, йәғни углеводородлы радикалдарға тарҡала. Был фрагменттар, үҙ сиратында, азоттың ҡатмарлы органик берләшмәләрен йәки углеродтыңҡушылмаларын, шул иҫәптән ароматик берләшмәләрен (мәҫәлән, бензол) барлыҡҡа килтерә[21]. Шулай уҡ атмосфераһының өҫкө ҡатламдарында полиин — полимер барлыҡҡа килә.

Үҙ эсенә азот атомдарын алған органик берләшмәләр, Титандың өҫтөнә һәм атмосфераһына ҡыҙыл -һары төҫ бирә[22] (атап әйткәндә, Титан өҫтөнән юғарыға ҡарағанда көк йөҙөнөң шундай булыуы күренә). Ҡояш тәьҫире аҫтында 50 миллион йылда (ҡояш системаһы йәше менән сағыштырғанда бик аҙ ваҡыт) атмосфералағы метан үҙгәрергә тейеш, ләкин был күҙәтелмәй. Тимәк, атмосферала метан запасын тулыландырыусы сығанаҡ бар[20]. Вулкандарҙың әүҙемлеге шул сығанаҡтарының береһе булыуыихтимал[4][23].

Климаты үҙгәртергә

 
Титан атмосфераһының төҙөлөшө

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

  • Титан өҫтөндәге деталдәр исемлеге
  • Титандағы шыйыҡлыҡ

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 (unspecified title)doi:10.1086/508812
  2. https://ssd.jpl.nasa.gov/?sat_phys_par
  3. Berry A. A Short History of Astronomy (билдәһеҙ)London: John Murray, 1898.
  4. 4,0 4,1 Stofan, E. R.; Elachi, C.; et al. The lakes of Titan (инг.) // Nature. — 2007. — Т. 445. — № 1. — С. 61—64. — DOI:10.1038/nature05438 — Bibcode2007Natur.445...61S
  5. O. Grasset, C. Sotin, F. Deschamps On the internal structure and dynamic of Titan (mis) // Planetary and Space Science (инг.)баш.. — 2000. — Т. 48. — № 7—8. — С. 617—636. — DOI:10.1016/S0032-0633(00)00039-8
  6. A. D. Fortes Exobiological implications of a possible ammonia-water ocean inside Titan (инг.) // Icarus (инг.)баш. : journal. — Elsevier, 2000. — Т. 146. — № 2. — С. 444—452. — DOI:10.1006/icar.2000.6400
  7. Christiaan Huygens: Discoverer of Titan. ESA (24 сентябрь 2003). Дата обращения: 17 июль 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  8. Telescope by Huygens, Christiaan Huygens, The Hague, 1683. Дата обращения: 18 март 2010. Архивировано 9 июль 2007 года. 2007 йыл 9 июль архивланған.
  9. Овидий, «Фасты», книга 1, строка 305: «К дальним светилам они обратили следящие взоры», перевод с латинского Ф. А. Петровского, цитата по изданию: Публий Овидий Назон. Элегии и малые поэмы. М., «Художественная литература», 1973
  10. Lynn, W. T. The discovery of Titan (mis) // The Observatory. — 1888. — Т. 11. — С. 338—340. — Bibcode1888Obs....11..338L
  11. G. D. Cassini A Discovery of two New Planets about Saturn, made in the Royal Parisian Observatory by Signor Cassini, Fellow of both the Royal Societys, of England and France; English’t out of French. (инг.) // Philosophical Transactions : journal. — 1673. — Т. 8. — № 1673. — С. 5178—5185. — DOI:10.1098/rstl.1673.0003
  12. Mr. Lassell Observations of Mimas, the closest and most interior satellite of Saturn (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society : journal. — Oxford University Press, 1847. — Т. 8. — № 1. — С. 42.
  13. Bevilacqua, R.; Menchi, O.; Milani, A.; Nobili, A. M.; Farinella, P. Resonances and close approaches. I. The Titan-Hyperion case (инг.) // Earth, Moon, and Planets (инг.)баш. : journal. — Springer, 1980. — Т. 22. — № 2. — С. 141—152. — DOI:10.1007/BF00898423
  14. Improved Saturn Positions Help Spacecraft Navigation, Planet Studies, Fundamental Physics
  15. James Richardson, Ralph Lorenz, & Alfred McEwen Titan’s Surface and Rotation: New Results from Voyager 1 Images (инг.) // Icarus (инг.)баш. : journal. — Elsevier, 2004. — Т. 170. — № 1. — С. 113—124. — DOI:10.1016/j.icarus.2004.03.010 — Bibcode2004Icar..170..113R
  16. G. Tobie, O. Grasset, J. I. Lunine, A. Mocquet, C. Sotin Titan’s internal structure inferred from a coupled thermal-orbital model (инг.) // Icarus (инг.)баш. : journal. — Elsevier, 2005. — Т. 175. — № 2. — С. 496—502. — DOI:10.1016/j.icarus.2004.12.007
  17. 17,0 17,1 M. Fulchignoni, F. Ferri, F. Angrilli et al. In situ measurements of the physical characteristics of Titan’s environment (инг.) // Nature : journal. — 2005. — Т. 438. — DOI:10.1038/nature04314
  18. Кусков О. Л., Дорофеева В. А., Кронрод В. А., Макалкин А. Б. «Системы Юпитера и Сатурна: Формирование, состав и внутреннее строение крупных спутников», изд-во УРСС, 2009
  19. Титан породил атмосферу в ходе кометной бомбардировки (рус.)
  20. 20,0 20,1 J. H. Waite Jr., D. T. Young, T. E. Cravens et al. The Process of Tholin Formation in Titan's Upper Atmosphere (инг.) // Science : рец. науч. журнал. — 2007. — Т. 316. — № 5826. — С. 870—875. — ISSN 0036-8075. — DOI:10.1126/science.1139727. — (PDF 2014 йыл 29 апрель архивланған.).
  21. A. J. Coates, F. J. Crary, G. R. Lewis, D. T. Young, J. H. Waite, and E. C. Sittler Discovery of heavy negative ions in Titan’s ionosphere (инг.) // Geophys. Res. Lett. : journal. — 2007. — Т. 34. — С. L22103. — DOI:10.1029/2007GL030978
  22. О. Л. Кусков, В. А. Дорофеева, В. А. Кронрод, А. Б. Макалкин. Системы Юпитера и Сатурна: Формирование, состав и внутреннее строение. — М.: ЛКИ, 2009. — С. 478. — ISBN 9785382009865.
  23. Sushil K. Atreya, Elena Y. Adams, Hasso B. Niemann et al. Titan’s methane cycle (инг.) // Planetary and Space Science (инг.)баш.. — Elsevier, 2006. — Т. 54. — № 12. — С. 1177. — DOI:10.1016/j.pss.2006.05.028 — Bibcode2006P&SS...54.1177A

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Силкин Б.И. В мире множества лун. — М.: Наука, 1982. — 208 с. — 150 000 экз.

Һылтанмалар үҙгәртергә