Ҡалашты (Белорет районы)

Ҡалашты (рус. Калышта, Калашлино) — Башҡортостандың Белорет районындағы бөткән ауыл. Ноҡат ауыл Советына ҡараған. 1969 йылдан һуң Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу материалдарына инмәй[2].

Ауыл
Ҡалашты
рус. Калышта, Калашлино
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Ауыл биләмәһе

Ноҡат ауыл Советы (Белорет районы)

Координаталар

53°59′57″ с. ш. 57°33′34″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

XIX башында

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795[1]

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡалашты (Рәсәй)
Ҡалашты
Ҡалашты
Ҡалашты (Белорет районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡалашты

Географик урыны үҙгәртергә

Ҡалашты йылғаһы буйында урынлашҡан. Район үҙәгенән (Белорет) — 166 км.

Тарихы үҙгәртергә

XVIII быуат аҙағында Нуғай даруғаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы башҡорттары Ҡалашты йылғаһы буйында шул исемдәге ауылға үҙ ерҙәрендә нигеҙ Һала. Рәсми документтарҙа (V рәүиз)) 1795 йылда теркәлгән[1]. Артабан Рәүәт йылғаһы буйына бүленеп сыҡҡаны ла Ҡалашты (Ҡалашлы) тип аталған[3]. Тарихсы ғалим Әнүәр Әсфәндиәров мәлүмәттәре буйынса, XIX быуат башына ошондай уҡ исемле ике ауыл булған, уларҙа 21 йорт булып, 158 кеше көн иткән. Һуңғылары Айыс ауылы халҡы менән туған булған. Өс ғаилә Айысҡа күскән.

Халыҡ ярым күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Йәйгеһен Ҡыҙмалбаш, Әүкә буйҙарындағы йәйләүҙәрҙә күсенеп йөрөйҙәр. XIX быуаттың 40-сы йылдары башында ике ауылда йәшәүселәр — 152 кеше. Улар 90 ат, 60 һыйыр, 220 һарыҡ, 140 кәзә, 50 солоҡ тура тотҡан. Игенселек менән шөғөлләнмәгәндәр — тәбиғәт һәм климат шарттары тап килмәгән[4].

Ауыл 1922 йылда ойошторолған Инйәр урман сәнәғәте хужалығына[5] ҡараған. 1954 йылға тиклем 14 ауыл — Инйәр, Ҡаҙмаш, Рәмәште, Мәнәү, Рәүәт, Түбәнге Төлмәй, Ноҡат, Бәләғош, Берештамаҡ, Асы, Соран, Ҡалашты, Кәртәле, Кѳҙйылға урман пункттары Белорет металлургия комбинатың урман контораһы тип йѳрѳтѳлә.

Ҡалашты, Белорет районының байтаҡ урмансылар ауылы кеүек үк, юҡҡа сыҡҡан[3]. Башҡорттар йәшәгән.

Халҡы: 1939 йылда 92 кеше , 1959 йылда — 70 кеше, 1961 йылда — 72 кеше, 1969 йылда — 7 кеше йәшәй[2].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә