Рәмәште (ауыл)

Инйәр буйындағы юҡҡа сыҡҡан тиерлек ауыл

Рәмәште (рус. Ремашта) — Белорет районының Инйәр ҡасаба хакимиәтенә ингән ауыл булған (Башҡорт АССР-ы — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы).

Ауыл
Рәмәште
башҡ. Рәмәште
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет

Ауыл ҡасабаһы

[[Инйәр ауыл советы]]

Координаталар

54°06′25″ с. ш. 57°29′48″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Рәмәште (Рәсәй)
Рәмәште
Рәмәште
Рәмәште (ауыл) (Башҡортостан Республикаһы)
Рәмәште
Рәмәште ауылындағы умарталыҡ

Географияһы үҙгәртергә

Ауыл Рәмәште тип аталған уйпатта, Рәмәште йылғаһының Оло Инйәргә ҡойған урынында, Инйәр тамағынан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 24 км көнбайыштараҡ — Арышпар ауылы.

Тарихы үҙгәртергә

Рәмәште ауылы 1922 йылда ойошторолған Инйәр леспромхозына ҡараған. 1954 йылға тиклем 14 ауыл — Инйәр, Ҡаҙмаш, Рәмәште, Мәнәү, Рәүәт, Түбәнге Төлмәй, Ноҡат, Бәләғош, Берештамаҡ, Асы, Соран, Ҡалашты, Кәртәле, Кѳҙйылға урман пункттары Белорет металлургия комбинатың урман контораһы тип йѳрѳтѳлә[1].

Рәмәштелә башланғыс мәктәп булған. 1968 йылда ауылда 91 кеше йәшәгән, күпселеге урыҫ милләтле[2]. Ауыл кешеләре Инйәр леспромхозының Рәмәште участкаһында эшләгән, ул 1971 йылда таратылған.

Ауыл, Белорет районының байтаҡ урмансылар ауылы кеүек үк, юҡҡа сыҡҡан, рәсми рәүештә иҫәп мәғлүмәттәренән 1981 йылда төшөп ҡалған[3].

Һуңғы йылдарҙа ауылды тергеҙергә тырышалар[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә