Ҡаҙмаш (рус. Казмаш) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан, Белорет районы Ямантау яны [1] биләмәләрендә аға. Йылға Инйәр йылғаһының һул ярына тамағынан 183 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 11 км.

Ҡаҙмаш
Характеристика
Оҙонлоғо 11 км
Һыу ағымы
Инеше Белорет районы
Тамағы Инйәр йылғаһының һул ярына тамағынан 183 км өҫтәрәк
 · Координаталар 54°01′45″ с. ш. 57°24′36″ в. д.HGЯO
 · Координаталар 54°01′45″ с. ш. 57°24′36″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
РДҺР 10010200612111100019560
Ҡаҙмаш (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Ҡаҙмаш Викимилектә

Элгәре Ҡаҙмаш тамағында урмансылар ҡасабаһы булған.Хәҙер Оло Инйәрҙең һул ярында ҙур яландар ғына ҡалған. Карталарҙа күрһәтелгән юлдар һирәк файҙаланыла, күптәрен ҡыуаҡтар алған һәм улар юҡҡа сыҡҡан. Мәҫәлән, Еҙем яғына киткән юл шундай яҙмышҡа дусар булған. Һыу ҡайтҡанда башлыса йылға буйлап, ярҙан-ярға сығып хәрәкәт итәләр [2]

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыЭҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [3]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019560
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101956
  • Бассейн коды — 10.01.02.006
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Фоторәсемдәре

үҙгәртергә

Ҡаҙмаш турист маршрутында

үҙгәртергә

Инйәр йылғаһының ҡушылдыҡтарынан Ҡаҙмаш йылғаһын да кәмәсе спортсылар үҙ итә. Яҙғы һыу ташыуында ҡар һыуҙары уның ағымын тулыландыра һәм көсәйтә , ауышлығы 10-15 м\км тәшкил итә. Үрге ағымында лапы йыйылып, ҡамасау тыуҙыра. Һуңғы 6 саҡрымында үҙән киңәйә, ярҙары буйынан урманлы терраса һуҙыла, насар ғына юл бар. 6-8 м киңлектәге йылға ташлы йырҙанан аға, шаршылар йыш осрай. Һул ярынан 100 м бейеклеккә еткән ҡаялар теҙелгән. 10 майҙан һуң ташҡын ҡайта һәм кәмә менән төшөү мөмкин түгел[4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. http://www.gpsigma.ru/may-2016-g-inzer-mal-inzer-lemeza-proekt-90
  3. 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Ҡаҙмаш.
  4. Походы деда Щукаря(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә