Ҡайынкүл (Силәбе өлкәһе)

Силәбе өлкәһендәге күл

Ҡайынкүл - рус. Каинкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы күл.

Ҡайынкүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең бик күп гидронимдары башҡорт телендәге һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан, шуға күрә улар тәржемәһеҙ ҙә аңлашылып тора. Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә, "Каин-Куль, озеро, в переводе с башкирского «березовая гора», «березовое озеро», где кайын — «береза», кул — «озеро»" тип яҙа[2][3]. Йәғни, был гидроним "ҡайын+күл" һүҙҙәренән хасил булған.

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡайынкүл Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында урынлашҡан.

Географик координаттары: оҙонлоғо - 61°18′25.1″E (61.306971), киңлеге - 55°45′0.42″N (55.750117).

Екатеринбургҡа тиклем алыҫлығы – 136 км, Силәбегә – 65 км, Ҡоншаҡҡа - 20 км.

Ярындағы тораҡ пункттар: Ҡайынкүл.

Иң яҡын күлдәр: Ҡарағайкүл, Орокүл, Сағылъяҡ, Суртаныш, Быҡшыкүл.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә
  • Уртаса тәрәнлеге: 4-5 м
  • Максималь тәрәнлеге: 9 м
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 202 м
  • Майҙаны: 5,2 км²

Һыуы сөсө, төбө - ҡомло. Көньяҡ һәм көнсығыш ярҙары - ҡомло [4]

Төньяҡ-көнсығыш яры иһә ташлы, уны хатта «карьер» тип йөрөтәләр. Күл тирәләй ерҙәре ҡара тупраҡлы. Ярҙарына үтеү ауыр ғына, бигерәк тә ямғырлы мәлдә[5]

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Төньяҡ һәм көнбайыш ярҙарын ҡамыш баҫҡан, көньяҡ-көнбайыш яғында һыу аҫтында ҡалған ағастар бар.

Күлдә алабуға, себер сабағы, алтын табан балыҡ, көмөш табан балыҡ, карп, пелядь, ҡорман, алабалыҡ, рипус, суртан, һаҙан тереклек итә.

2007 йылда үрсетергә ҡорман ебәрелгән. 2008 йылда ҡорман-рипус, алабалыҡ, шамбы, рипус, суртан, ҡорман һәм аҡ сабаҡ һалынған[4].

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  4. 4,0 4,1 Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Каинкуль
  5. Озеро Каинкуль

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә