Ҡабаҡ (станция)

станция

Ҡабаҡ — ике юллы электрлаштырылған Ҡарлыман — Дим тимер юлы һыҙығында Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлегендә 5 класлы тимер юл станцияһы. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында шул уҡ исемле ауылында, Ҡабаҡ ауылынан яҡынса 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡабаҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡырмыҫҡалы районы
Хужаһы Куйбышев тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы 1936
Киләһе туҡталыш 24 км[d] һәм 34 км[d]
Тимер юл һыҙаты Дёма — Карламан[d]
Почта индексы 453028
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Код станции 651972[1]
Карта

Урынлашыуы һәм инфраструктураһы

үҙгәртергә

Станцияла пассажир платформалары, вокзалы бинаһы бар. Көньяҡ яҡтан автомобиль менән инергә мөмкин. Вокзалдан көнбайышҡа ҡарай 770 метр алыҫлыҡта 80Н-334 автомобиль юлы урынлашҡан[2]

Станция буйлап башҡарыла торған коммерция операциялары: ҡала яны һәм урындағы хәрәкәт поездарына (поездарынан) пассажирҙарҙы ултыртыу һәм төшөрөү. Багаждарҙы ҡабул итеү һәм тапшырыу башҡарылмай[3]

Алыҫ араға йөрөү

үҙгәртергә

Алыҫ араға йөрөүсе пассажир поездары 345/346-сы Нижневартовск - Адлер, 371/372-се Өфө - Андижан, 381/382-се Өфө - Ташкент, 675/676-сы ӨфөСибай (Мәскәү-ҠазанМагнитогорск) Ҡабаҡ станцияһында туҡтамай.

Өфө -Ташкент һәм Өфө - Андижан поездары хәрәкәте коронавирус таралыу ҡурҡынысы менән бәйле Үзбәк тимер юлдары ҡарары менән ваҡытлыса туҡтатыла[4]

Ҡала яны хәрәкәте

үҙгәртергә

Ҡабаҡ станцияһы ҡала яны поездары өсөн аралаш булып тора. 2020 йылдың апреленә ҡарата ҡала яны хәрәкәттәре ЭД4М электропоездары, шулай уҡ РА1 һәм РА2 рельс автобустары тарафынан түбәндәге йүнәлештәр буйынса тормошҡа ашырыла:


ӨфөИнйәр (көн һайын, 2 пар электропоезд, Инйәргә иртәнге поезд эш көндәрендә Шакша-Өфө-Инйәр йүнәлешендә, ял көндәрендә Оло- Теләк йүнәлешендә йөрөй, юлдағы ваҡыт өфөнән/Өфөгә тиклем — 56 минуттан алып 1 сәғәт 15 минутҡа тиклем, Инйәрҙән/Инйәргә тиклем — 2 сәғәт 9 минуттан алып 2 сәғәт 31 минутҡа тиклем)
СтәрлетамаҡӨфө (көн һайын, 1 пар дизель поезы, юлдағы ваҡыт Өфөнән/Өфөгә тиклем 58 минуттан алып 1 сәғәт 15 минутҡа тиклем, Стәрлетамаҡтан/Стәрлетамаҡҡа тиклем — 2 сәғәт 25 минуттан алып 2 сәғәт 34 минут тиклем)
Приуралье — Оло-Теләк (көн һайын, 1 иртәнге электропоезд, кирегә Оло-Теләк - Приуралье поезы юҡ; Приуральенан юлға киткән ваҡыт - 44 минут, Оло-Теләккә - 2 сәғәт 5 3 минут)

Ҡабаҡ станция буйынса ҡала яны поездарының расписаниеһын ошонда ҡарарға мөмкин:


Расписание пригородных поездов на Яндекс.Расписаниях

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә