Стәрлетамаҡ (станция)
Стәрлетамаҡ — Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Куйбышев тимер юлы Башҡортостан төбәге тимер юл станцияһы. 1934 йылда нефть табыу районына Дим — Ишембай тармағы төҙөлөү менән бәйле асылған. 1936 йылда тармаҡ Куйбышев тимер юлы ҡарамағына бирелә.
Стәрлетамаҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Стәрлетамаҡ |
Хужаһы | Куйбышев тимер юлы |
Рәсми асылыу датаһы | 1936[1] |
Киләһе туҡталыш | Косяковка[d] һәм 150 км[d] |
Тимер юл һыҙаты | Карламан — Мурапталово[d] |
Код станции | 652706 |
Стәрлетамаҡ Викимилектә |
Вокзал тураһында
үҙгәртергәПассажирҙарға тимер юл транспорты менән файҙаланыу уңайлы булһын өсөн Стәрлетамаҡ вокзалында ҡоролмалар комплексы һәм йыһаздар булдырылған, улар иҫәбенә инәләр:
- вокзал бинаһы;
- багаж бинаһы;
- ултырыу платформалары, йәйәүлеләр күпере;
- ярҙамсы-техник тәғәйенләнештәге ҡоролмалар.
Вокзал бинаһы ике ҡатлы бинанан ғибәрәт, унда вестибюль, көтөү залы, балалар менән пассажирҙар өсөн көтөү залы, оҙайлы ял бүлмәһе, бөҙрәхана, турагентство, станция начальнигының ярҙамсы биналары урынлашҡан.
Беренсе ҡатында вестибюлдә ике билет кассаһы, вокзал начальнигының дежур ярҙамсыһы кабинеты, белешмәләр бюроһы тәҙрәһе, йөк һәм багажды тапшырыу һәм биреү өсөн бүлмә урынлашҡан. Залда пассажирҙар һәм ҡала яны поездарының расписаниеһы, тимер юл буйлап пассажирҙар һәм багаж ташыу ҡағиҙәләренән күсермә бар.
Вокзалдың беренсе ҡатындағы пассажирҙар көтөү залында ултырыу урындары менән дивандар, балалар мөйөшө урынлашҡан.
Ҡул йөгөн һаҡлау өсөн автоматик һаҡлау камералары, онотолған һәм табылған әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн подвалда махсус бүлмә бар.
Вокзалдың икенсе ҡатында пассажирҙар өсөн оҙайлы ял бүлмәһе (һигеҙ урынлыҡ өс бүлмә), туалет бүлмәһе, пассажирҙарҙы теркәү бүлмәһе һәм вокзал начальнигы кабинеты урынлашҡан.
Беренсе юлдағы перрон оҙонлоғо 400 м, киңлеге 3-тән 7 метрға тиклем, дөйөм майҙаны 2200 м².
Вокзал сервисы
үҙгәртергә- ВТБ24 банкоматы
- ИССУ белешмә системаһы менән терминал (поездарҙың расписаниеһы, билет хаҡы, урындарҙың барлығы)
- Автоматик һаҡлау камераһы
- 8 урынлыҡ оҙайлы ял бүлмәләре
- Мобиль яйланмаларҙы бушлай зарядлау
- Бушлай WI-FI
Ҡаршылыҡһыҙ мөхит
үҙгәртергәРәсәй тимер юлы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең хәрәкәте сикләнгән халыҡ төркөмөн хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу өсөн программалары сиктәрендә, Стәрлетамаҡ станцияһы вокзалында вокзалға еңел инеү һәм пассажирҙар платформаһына күтәрелеү өсөн пандустар ҡуйылған. Шулай уҡ 2-се билет кассаһы файҙаланыу уңайлы булһын өсөн түбән тәҙрә һәм һаңғырау-телһеҙҙәр өсөн индукциялы элмәк менән йыһазландырылған.
Пассажирҙар хәүефһеҙлеге
үҙгәртергә- Пассажирҙар 2-се юлдың 2-се платформаһына хәүефһеҙ үтһен өсөн Стәрлетамаҡ станцияһы йәйәүлеләр күпере менән йыһазландырылған.
- Пассажирҙар хәүефһеҙлеге өсөн тимер юл вокзалы бинаһында «Рубикон» фирмаһының металл детекторы ҡуйылған.
- Вокзал полиция, тимер юл транпорты ведомствоһы һәм шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан һаҡлана.
- Вокзалда тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған.
Алыҫ араға йөрөүсе поезар
үҙгәртергәПоезд | Тимер юл бәйләнеше | Йөрөү көндәре |
---|---|---|
- | Кумертау — Учалы | 2007 йылда юҡҡа сығарыла. |
- | Учалы — Күмертау | 2007 йылда юҡҡа сығарыла. |
- | Өфө — Ырымбур | 2010 йылда юҡҡа сығарыла. |
- | Ырымбур — Өфө | 2010 йылда юҡҡа сығарыла. |
- | Кумертау — Мәскәү | 24.05.2012 юҡҡа сығарыла. |
- | Мәскәү — Кумертау | 24.05.2012 юҡҡа сығарыла. |
- | Кумертау — Санкт-Петербург | 10.2011 юҡҡа сығарыла. |
- | Кумертау-Нижневартовск | 24.05.2012 юҡҡа сығарыла. |
- | Кумертау — Яңы Уренгой | 24.05.2012 юҡҡа сығарыла. |
381Э | Өфө — Ташкент | КС, ШБ |
381Ь | Ташкент — Өфө |
КС, ШБ |
610Й | Ульяновск — Ташкент | 2016 йылда юҡҡа сығарыла. |
381Ь | Ташкент — Ульяновск | 2016 йылда юҡҡа сығарыла. |
Ҡала яны поездары
үҙгәртергәПоезд | Тимер юл бәйләнеше | Йөрөү көндәре | Туҡталыш |
---|---|---|---|
- | Салауат-Стәрлетамаҡ | Юҡҡа сығарылған | - |
- | Стәрлетамаҡ-Салауат | Юҡҡа сығарылған | - |
- | Салауат-Стәрлетамаҡ | Юҡҡа сығарылған | - |
- | Стәрлетамаҡ-Салауат | Юҡҡа сығарылған | - |
6243/6245/6246 | Кумертау — Өфө | 01.09.2014 юҡҡа сығарылған . | |
6241/6242/6244 | Өфө— Кумертау | 01.09.2014 юҡҡа сығарылған. | |
6821 | Кумертау — Стәрлетамаҡ | Көн һайын |
Һәр ерҙә, 161 км, 155 км-ҙан башҡа |
6824 | Стәрлетамаҡ — Күмертау | Көн һайын | Һәр ерҙә |
6801/6802 | Стәрлетамаҡ — Өфө | Көн һайын | Һәр ерҙә, 121 км, 115 км-ҙан башҡа |
6803/6804 | Өфө — Стәрлетамаҡ | Көн һайын | Һәр ерҙә, 115 км, 121 км-ҙан башҡа |
6813 | Стәрлетамаҡ — Ҡарламан | Көн һайын | Һәр ерҙә, 121 км, 115 км-ҙан башҡа |
6814 | Ҡарламан — Стәрлетамаҡ | Көн һайын | Һәр ерҙә, 115 км, 121 км-ҙан башҡа |
Йөк операциялары
үҙгәртергә- Станцияның ябыҡ складтарында һаҡлауҙы талап иткән ваҡ йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
- Станцияның асыҡ майҙансығында һаҡларға мөмкин булған вагонлап ебәрелгән йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
- Вагонлап һәм бөтә вагон тулғансы тейәлгән ваҡлап ебәрелгән йөктәрҙе инеү юлдарында һәм дөйөм ҡулланылышта булмаған урындарҙа ғына ҡабул итеү һәм биреү.
- Станцияның ябыҡ складтарында һаҡлауҙы талап иткән вагонлап ебәрелгән йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
- Станцияла брутто массаһы 5 т. һәм 3 т. булған транспорттың универсаль контейнерҙарындағы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
- Станцияла брутто массаһы 20 т булған транспорттың универсаль контейнерҙарындағы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
- Станцияның асыҡ майҙансығында һаҡларға мөмкин булған ваҡлап ебәрелгән йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
- Станцияла брутто массаһы 30 т булған транспорттың универсаль контейнерҙарындағы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
Станцияла булған махсус тәғәйенләнештәге поездар
үҙгәртергә- Еңеү Ретро-поезы.
- «РЖД» ЯСЙ-тең күсмә күргәҙмә-лекция комплексы.
- ЛДПР агитпоезы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҠалып:Карламан — Стерлитамак |
|