Оло Хехцир ҡурсаулығы
Ҙур Хехцир ҡурсаулығы (рус. Большехехци́рский госуда́рственный приро́дный запове́дник) Рәсәйҙең Хабаровск крайында 1963 йылдың 3 октябрендә ойошторола. Әлеге ваҡытта майҙаны 45 439 гектар тәшкил итә. Буфер зонаһының майҙаны — 12 000 гектар.
Оло Хехцир дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 45 471 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 3 октябрь 1963 йыл |
Урынлашыуы | |
48°12′18″ с. ш. 134°51′32″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Хабаровск крайы |
Яҡындағы ҡала | Хабаровск |
zapovedamur.ru/zapovedni… | |
Оло Хехцир ҡурсаулығы Викимилектә |
Ҡурсаулыҡтың урман япмаһы яҡынса 90 %.
Атамаһы
үҙгәртергәҠурсаулыҡтың исеме Ҙур Хехцир һырты исеменән килеп сыҡҡан. Һырттың исеме шаман Хээкчир исеменән алынған. Уның тураһында легенданы В. К. Арсеньев «Сихотэ-Алинь тауҙарында» китабында килтерә[1][2].
Урынлашыуы һәм сиктәре
үҙгәртергәҠурсаулыҡ Хабаровск крайының Хабаровск районында, Хабаровскиҙан көньяҡҡа табан 15 — 20 км алыҫлыҡта, Оло Хехцир һырты сиктәрендә урынлашҡан. Уның көнбайыш сиге — Рәсәйҙең дәүләт сиге янында Уссури йылғаһы буйлап; көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ сиге Уссури ҡушылдығы Чирки йылғаһы буйлап үтә; көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығышы — тимер юлы һәм Хабаровскиҙың биҫтәләренә йәнәш ятҡан үҙләштерелгән ерҙәрҙә һуҙылған.
Ҡурсаулыҡ хакимиәте Хабаровск районының Бычиха ауылында урынлашҡан.
Гидрографияһы
үҙгәртергәКөньяҡтан ҡурсаулыҡты, сигенән аҡҡан Чирка йылғаһын иҫәпкә алмағанда, Хехцир ҡуйыны буйлап аҡҡан йылғалар һәм шишмәләрҙең бөтәһе лә тау типик тау характерында; Уларҙың оҙонлоғо 20 км-ға тиклем[3]. Төньяҡҡа аҡҡандары Амур йылғаһының ҡылымыҡтарына, көнбайыштары — Уссури йылғаһына, көнсығыш һәм көньяҡтары Чирки йылғаһына ҡоя.
Тарихы
үҙгәртергәФлора һәм Ффаунаһының төрлөлөгө элек-электән сәйәхәтселәрҙең һәм ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итә.
Бында өс тапҡыр килгән Н. М. Пржевальский былай тип билдәләй: «Хехцир һырты урман үҫемлектәренә бай, улар Уссури крайының башҡа, хатта көньяҡ өлөшөндә лә, һирәк осрай». 1935 йылда Хехцир — урындағы, ә 1959 йылдан республика әһәмиәтендәге тәбиғәт заказнигына әүерелә[3]. Ҡурсаулыҡ РСФСР Министрҙар Советының 1963 йылдың 3 октябрендәге бойороғо менән 46000 га майҙанда булдырыла. 2009 йылда ҡурсаулыҡ сиктәрен межалау үткәрелә. Ерҙең дөйөм майҙаны 45340 гектар тәшкил итә[4]. Ҡурсаулыҡ статусы биреүҙә СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты А. С. Хоментовский, билдәле яҙыусы һәм һунарсылыҡ буйынса белгес В. П. Сысоев һәм һунарсылыҡ буйынса белгес Н. В. Михайловтың ҡаҙанышы ҙур.
Экскурсиялар
үҙгәртергәҠурсаулыҡтың Тәбиғәт музейында экскурсиялар үткәрелә, бының өсөн махсус бүленгән зонала экологик маршруттар бар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Заповедник «Большехехцирский» ФГБУ «Заповедное Приамурье» 2017 йыл 19 июнь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В горах Сихотэ Алиня 5 стр.(недоступная ссылка)
- ↑ Избранные Произведения В 2 Томах. Том 2. В Горах Сихотэ Алиня. Сквозь Тайгу. Дневники Очерки, Статьи, 1997
- ↑ 3,0 3,1 Иванов С. Большехехцирский заповедник . World Wild Fund. Архивировано 29 октябрь 2013 года.
- ↑ Особо охраняемые природные территории (ООПТ) Дальневосточного федерального округа . Дата обращения: 11 апрель 2019. Архивировано из оригинала 12 март 2016 года. // Департамент Федеральной службы по надзору в сфере природопользования по Дальневосточному федеральному округу