Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы

(Ғәли Фәйзрахман улы Вәлиуллин битенән йүнәлтелде)

Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы (25 сентябрь 1951 йыл) — хәрби хеҙмәт ветераны, отставкалағы подполковник. 2000—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли музейының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).

Ғәли Вәлиуллин
Тыуған көнө

25 сентябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны

Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы

Биографияһы үҙгәртергә

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 1968—1969 йылдарҙа Ырғыҙлы урта мәктәбендә математиканан уҡыта. 1975 йылда Һарытау юғары хәрби инженер училищеһын тамамлай. 1969—1992 йылдарҙа — хеҙмәт итә, отставкалағы подполковник. 1993—1996 йылдарҙа — «21-се трест» берекмәһенең комплектациялау идаралығыны начальнигы урынбаҫары. 1996—1999 йылдарҙа — «Башҡортостан. Агротехсервис» йәмғиәте директоры. 1999—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Милли музейының төп инженеры, генераль директорҙың беренсе урынбаҫары. 2000—2017 йылдар — музейҙың генераль директоры. 2004 йылда музей белгесе-педагог һөнәре буйынса Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай.

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Милли музейҙы, Республика Хәрби Дан, Көйөргәҙе районындағы Кинйә Арыҫланов, Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин, Малаяҙҙағы Салауат Юлаев, Ҡоролтай — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Парламенты музейҙарын төҙөүҙә әүҙемлек күрһәтә. 2003 йылдан алып М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән музеолог-белгестәр әҙерләүҙә ҡатнаша. Университеттың музеология секцияһын етәкләй. «Башҡортостан Республикаһының Милли музейы: төҙөлөш һәм үҫеш тарихы» китабының авторы. 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған экспозицияның авторы.

Китаптары үҙгәртергә

  • «Национальный музей Республики Башкортостан: история создания и развития», Уфа, 2014

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • 10 миҙал, шул иҫәптән Монгол Халыҡ Республикаһының «Дуҫлыҡ» миҙалы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009)

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Валиуллин Гали Файзрахманович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 143. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.