Ғәлиулла (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ғәлиулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа телдәрҙә лә ҡулланыла.
Этимологияһы
үҙгәртергәҒәлиулла исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, алланың бөйөклөгө тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәВәлиев Ғәлиулла Ғәлимулла улы (1900 йыл — 19 декабрь 1978 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә Дан ордены кавалеры.
Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы (1919 — 20. 08. 1943), 112-се кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой.
Сабитов Ғәлиулла Зәйнулла улы (1904 йыл — 7 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡылыссыһы, ҡыҙылармеец.
Фамилияла
үҙгәртергәҒәлиуллин Заһиҙулла Талип улы (26 декабрь 1929 йыл — 28 март 2016 йыл) — ғалим-инженер-механик. 1962—2004 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Газ сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының (Газпром ВНИИГАЗ) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977 йылдан — институт директорының беренсе урынбаҫары, 1994 йылдан — «Газ транспорты» бүлеге директоры. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1974). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1977), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1974). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974).
Ғәлиуллина Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (31 ғинуар 1953 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1992), профессор (1997).
Ғәлиуллин Мәсғүт Нәбиулла улы (22 июнь 1907 йыл — 1944 йыл), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Ғәлиуллин Фәтхулла Абдулхалиҡ улы (1901 йыл- сентябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
== Ауылдар == > Ғәлиулла (рус. Галиуллинка) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |