Вәлиев Ғәлиулла Ғәлимулла улы
Вәлиев Ғәлиулла Ғәлимулла улы (1900 йыл — 19 декабрь 1978 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә Дан ордены кавалеры[1]
Вәлиев Ғәлиулла Ғәлимулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | РСФСР |
Тыуған көнө | 1900 |
Тыуған урыны | Ҡырғыҙ-Миәкә, СССР |
Вафат булған көнө | 19 ғинуар 1978 |
Вафат булған урыны | Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | Һалдат, яугир |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Хәрби подразделение | 112-се Башҡорт атлы дивизияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәлиулла Ғәлимулла улы Вәлиев 1900 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуа.
Ауыл мәктәбендә ни бары ике йыл ярым ғына белем ала. 1919 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хәрби хеҙмәттә саҡта, Пенза ҡалаһында 9 айлыҡ кавалеристар курсы үтә, һуңынан тағы Ҡазанда 9 айлыҡ курстарҙа уҡый.
1919—1921 йылдарҙа Граждандар һуғышында йөрөй, 1-се атлылар Армияһы составында аҡ поляктарҙы тар-мар итеүҙә ҡатнаша, шулай уҡ Урта Азияла баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшә. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, 1923 йылда демобилизациялана. Район халыҡ судында эшләй, артабан Мәнәүезтамаҡта суд секретары була.
1931 йылда Башнаркоматта 6 айлыҡ курстар тамамлай. 1931—1938 йылдарҙа Ҡрнашаҡ һәм Ялан-Ҡатай райондарында прокурор була.
1938 йылда репсессиялана һәм 1939 йылда ирекккә сығарыла.
1939—1941 йылдарҙа Ҡырғыҙ-Миәкә ВКП(б) район комитетының 1-се секретары ярҙамсыһы булып эшләй.
1941—1942 йылдарҙа райондың промкомбинат директоры вазифаһын башҡара. Шул осорҙа урындағы ойошма фронт өсөн кәрәкле әйберҙәр етештерә: ҡыҫҡа тундар, һырмалар, ҡолаҡсынлы бүректәр тегелә, быймалар, сабаталар, сана һәм ҡамыт-дуғалар әҙерләнә.
Хәрби юлы
үҙгәртергә1943 йылдың декабрендә Ғәлиулла Вәлиев Бөйөк Ватан һуғышына алына һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡа инә. Ворошиловоград ҡалаһын азат итеүҙә, Днепр йылғаһы аша сығып, Варшаваны алыуҙа ҡатнаша, дошманды ҡыуып, Берлинғаса барып етә. Яу мәлендә яралана. Фронтта тәүҙә ябай уҡсы (атыусы), артабан КП 58-се гвардияла элемтәсе, ә 1944—1945 йылдарҙа миномет батареяһында зарядлаусы була.
1943 йылдың 16 сентябрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана — Ворошиловоград янында, йәғни Петровка ауылы эргәһендәге атака мәлендә пулеметтан 15 немец һалдатын һәм бер мотоциклды юҡ итә. Шулай уҡ 1943 йылдың октябрендә III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Яҡташыбыҙҙы наградаға тәҡдим ителгән документта түбәндәге юлдар килтерелә: «Баш ефрейтор Вәлиев башҡаларға ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтеп, командованиеның ҡушҡандарын һәр саҡ намыҫ менән үтәне…» 1945 йылдың 20 ғинуарында Польшаның Варто ауылы эргәһендә Вәлиев Ғәлиулла дүрт минометсы менән 17 немец һалдатын юҡ итә, улар беҙҙең һуғыш кәрәк-яраҡтары тейәлгән транспортҡа һөжүм иткән була. Уның Беҙҙең һуғыш припастары ҡотҡарыла. Вәлиев Ғәлиулла 1945 йылда демобилизациялана.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТыуған яғына ҡайтҡас, Ғәлиулла Ғәлимулла улы райсоветта ауыл хужалығы бүлеге урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1951—1957 йылдарҙа — Сталин исемендәге колхоз рәйесе. 1957 йылдан — ауыл Советы рәйесе вазифаһын биләй. 1960 йылда хаҡлы ялға сыға. 1978 йылда вафат була.
Наградалары
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)[1]
- III дәрәжә Дан ордены (6 февраль 1945)[1]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (16 сентябрь 1943) миҙалы[1]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Р. К. Килеева. Славные миякинцы 112-ой кавалерийской дивизии. — Уфа: АН РБ Гилем, 2011. — С. 15-17.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Валеев Галиулла Галимулленович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- ВАЛЕЕВ ГАЛИУЛЛА ГАЛИМУЛЛЕНОВИЧ 2021 йыл 7 июнь архивланған.