Ғәлиуллин Фәтхулла Абдулхалиҡ улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец

Ғәлиуллин Фәтхулла Абдулхалиҡ улы — (1901 йыл — сентябрь 1943 йыл).112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой[1].

Ғәлиуллин Фәтхулла Абдулхалиҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Исламбай, Аҫҡар ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 1943
Вафат булған урыны Румыния
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Ғәлиуллин Фәтхулла Абдулхалиҡ улы Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Исламбай ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем ул 1937 йылда Аҫҡар ауыл Советы рәйесе була, 1938—1939 йылдарҙа Исламбай ауылы магазинында, унан урман ҡараусы булып эшләй. 1942 йылдың февралендә Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа алына[2]. Һуғышҡа улар бер ғаиләнән 5 бер туған китә, икәүһенә генә кире әйләнеп ҡайтырға насип була. Һуғыш башланғас, үҙ урынына 15 йәшлек Мәрйәм исемле ҡыҙын магазинға, ҡатыны Мәликәне урман ҡараусы итеп ҡалдыра. Фәтхулланың алты балаһы ҡала, иң бәләкәй Раузаһына ни бары йәш ярым була.

Хәрби юлы үҙгәртергә

Ғәлиуллин Фәтхулла Абдулхалиҡ улы данлыҡлы 112-се һанлы кавалерия дивизияһы составында һуғыша. 1943 йылда хәбәрһеҙ юғала[3]. Уның тураһында Сәғит Әлибаев «Көндәлек биттәренән» китабында яҙып ҡалдырған.
«… Бөгөн минең янға Ғәлиуллин Фәтҡулла тигән йәш боец килде. Ул, 20 ноябрҙә иртән немецтар полкы һәм румындарҙың король дивизияһы, Блиновскаяны кире алырға ынтылып, беҙгә контратакаға ташланғанда, үҙ окобында ҡул пулеметы менән бик ҡаты тора, яҡынайған бер дошман төркөмөн ҡырып һала. Ләкин һул яғындағы боецтар яраланғас, дошман Ғәлиуллиндың артына инеп ала. Ул патрондары бөткәнсе фашистарҙы үҙ янына килтермәй. Аҙаҡҡы гранатаһы менән йәнә бер нисә румынды йыға. Шунан һуң уны румындар уратып алалар. Тотоп туҡмайҙар, үҙҙәре менән алып китәләр. Һырыған салбарын, көпөһөн һалдырып алалар. Обозға, кухня янына ҡуялар, аш бешереү өсөн утын ҡырҡтыралар. Төрлө ауыр эш эшләтәләр. Фәтҡулла 26 ноябрҙә, яйлы момент табып, немец автоматын ала ла ҡаса. Һиҙеп ҡалып, артынан уға атыусы бер румын сержантын тәгәрәтә. Фәтҡулла Бөрйән районының Исламбай ауылынан, бик сос егет…»[4]

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Сәғит Әлибаев. «Көндәлек биттәренән»

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Книга Памяти. Галиуллин Фатхулла Абдулхаликович, 371 стр./
  2. Дорога Памяти. Галиуллин Фатхулла Халикович 2021 йыл 24 июнь архивланған.
  3. Донесения о потерях. Галиуллин Фатхулла Халикович
  4. Сәғит Әлибаев. «Көндәлек биттәренән»