Ғәлимә

башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме

Ғәлимә — татар һәм башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙҙар исеме.

Ғәлимә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғәлимә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Белемгә эйә, ғилемле, уҡымышлы мәғәнәһенә эйә[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Шәрәфуллина Ғәлимә Фауариз ҡыҙы (15 сентябрь 1940 йыл) — педагог, фольклорсы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.

Ғәлиуллина Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (31 ғинуар 1953 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1992), профессор (1997).

Шөғөрова Ғәлимә Әхмәткәрәй ҡыҙы (8 ноябрь 1953 йыл) — СССР гимнасы, нәфис гимнастика буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1973). Был спорт төрөндә беренсе Европа чемпионы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры.

Хәбирова Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы (17 август 1928 йыл) — травматолог-ортопед-ғалим, медицина фәндәре докторы (1982. Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1985), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969) һәм СССР уйлап табыусыһы (1986).

Ибраһимова Ғәлимә Вафа ҡыҙы (татар. Галимә Ибраһимова; 28 декабрь 1909 йыл (10 ғинуар 1910 йыл) — 26 март 1984 йыл) — театр актёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1971), Татар АССР-ының халыҡ (1957) артисы[1]. 1945 йылдан ВКП (б) ағзаһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

«Ғәлимә» — Мәжит Ғафуриҙың Ҡара йөҙҙәр повесы буйынса Республика ҡурсаҡ театрында ҡуйылған спектакль.

Ғәлимә йыры — Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» спектакле өсөн яҙылған йыр (Ғәйнан Әмири һүҙҙәре, айырым йыр рәүешендә лә башҡарыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ