Ҡара йөҙҙәр
Ҡара йөҙҙәр (рус. Черноликие) — башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы, БАССР-ҙың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури әҫәре. Башҡорт әҙәбиәтенең тәнҡитле реализм әҫәрҙәренең береһе[1].
Ҡара йөҙҙәр | |
Атамаһы | Ҡара йөҙҙәр |
---|---|
Яҙма әҫәрҙәр теле | татар теле |
Жанр | повесть[d] |
Автор | Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1927 |
Тарихы
үҙгәртергәТәүге тапҡыр 1927 йылда Ҡазанда татар телендә 140 биттә баҫыла. Һуңыраҡ Өфөлә тәүге тапҡыр 1933 йылда башҡорт теленә тәржемә ителә һәм латин графикаһы нигеҙендә баҫтырыла[2]. «Ҡара йөҙҙәр» повесы элегерәк мәктәптә «Туған әҙәбиәт» дәресе программаһына индерелгәйне һәм өйрәнелә ине.
«Ҡара йөҙҙәр» повесында ауыл мәктәбендә уҡыған сағында яҙыусы үҙе шаһит булған реаль ваҡиғалар һүрәтләнә.
Коммунистар партияһы хакимлыҡ иткән осорҙа әҫәр атеистик пропаганда маҡсатына хеҙмәт итә.
Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе
үҙгәртергәПовеста ҡатын-ҡыҙҙарҙың трагик яҙмышы, XIX быуаттың 90-сы йылдарында татар-башҡорт йәмғиәтендә ислам донъя ҡоролошо дин ҡанундары һүрәтләнә.
Повестың төп геройҙары — Ғәлимә исемле ҡыҙ һәм уның һөйгән йәре, ауыл егете Закир. Сибәр ҡыҙ Ғәлимә Закирҙы ярата. Уларҙың бәхетле ғаилә тормошо тураһында хыялына байҙарҙың улдары һәм мулла-хәҙрәт ҡамасаулай. Ғашиҡтарҙың осрашыуы уларҙы шәриғәт законын боҙоуҙа һәм диндән яҙыуҙа ғәйепләү өсөн етерлек шарт булып тора. Ҡыҙҙың атаһы, Фәхри, ҡыҙын өйөнән ҡыуа. Закир ҡалаға китергә мәжбүр була. Ғәлимә, хурлыҡты күтәрә алмай, аҡылдан яҙа һәм мәкегә батып үлә. Закирҙы туҡмайҙар, шунан һуң ул үпкә туберкулезы менән ауырый.
Ҡулланыу
үҙгәртергәПовестың мотивы буйынса Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Ҡара йөҙҙәр» спектакле ҡуйыла. Спектаклдең тәүге постановкаһы 1938 йылдың 5 майында үтә.
1981 йылда Ҡаҙанда повесть буйынса «Мөхәббәт өсөн яза» операһы ҡуйыла.
1980 йылда Өфөлә, ҡурсаҡ театрында, повесть мотивтары буйынса «Ғәлимә» исемле ҡурсаҡ спектакле ҡуйыла.
1965 йылда Башҡорт АССР-ында Ленинград балетмейстеры Хашим Мостаев ҡуйылышында «Ҡара йөҙҙәр» балеты ҡуйыла.
2016 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» повесы мотивы буйынса спектакле «Рәссамдың костюмдар буйынса иң яҡшы эше» номинацияһында «Алтын битлек» премияһына лайыҡ була[3].
Был хәл утыҙ йыл элек булды. Беҙ, бәләкәй шәкерттәр, киске намаҙҙан һуң башҡаларҙан алдараҡ сыҡтыҡ һәм мәҙрәсәгә әйләнеп ҡайттыҡ.
Киске намаҙҙан һуң беҙгә дәрескә хәҙрәт килергә тейеш ине. Шуға күрә беҙ йәшәгән мәҙрәсә йыйыштырылған ине, тәҙрә янындағы тәпәш өҫтәлгә шаҡмаҡлы ашъяулыҡ ябылған, ә уң яҡта, иҙәндә бер нисә мендәр тау булып өйөлөп ята.
Беҙ килгәндән һуң күп тә тормай Ғәли-хәлфә әйләнеп килде һәм хәҙрәт килгәнен белдереп беҙгә ишара яһаны. Бөтәһе лә ултырҙылар ҙа тын ҡалдылар. Беҙ китапҡа текәлдек һәм бик иғтибарлы уҡып ултырған кеше һымаҡ ҡиәфәт алдыҡ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Новое прочтение повести «Черноликие» Маджита Гафури — тема научной статьи по литературе, литературоведению и устному народному творчеству, читайте бесплатно текст научно-иссле…
- ↑ Мажит Гафури: библиография
- ↑ http://bashinform.ru/news/840520-spektakl-chernolikie-bashkirskogo-teatra-dramy-imeni-mazhita-gafuri-udostoen-premii-zolotaya-maska/#ixzz469C74bfI 2016 йыл 19 апрель архивланған.