Кащеев Фёдор Александрович

Башҡортостан рәссамы
(Фёдор Кащеев битенән йүнәлтелде)

Кащеев Фёдор Александрович (6 декабрь 1934 йыл) — рәссам, Башҡортостанда һынлы сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1991), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1979) рәссамы. 1960 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1967).

Кащеев Фёдор Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 декабрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Асҡын, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 декабрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (86 йәш)
Һөнәр төрө рәссам
Жанр натюрморт
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Фёдор Александрович Кащеев 1934 йылдың 6 декабрендә Башҡорт АССР-ының Асҡын  районы Асҡын ауылында тыуа. 1955 йылда Өфө театр-художество училищеһын тамамлай (педагогы Я. С. Хаст). Һуңыраҡ Фёдор Кащеев бер нисә йыл буйы тыуған училищеһында уҡыта.

СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1960). 60-сы йылдар аҙағында Рәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе итеп һайлана, СССР Рәссамдар союзы идараһы ағзаһы була.

Рәссам эштәренең төп тупланмаһы Өфөлә Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында һаҡлана. Ҡайһы бер әҙәрҙәре — Петропавловск-Камчатский, Абакан, Красноярск һәм Ижевск музейҙарында[1].

Әлеге ваҡытта Фёдор Александрович Кащеев Өфөлә йәшәй һәм ижад итә.

Әҫәрҙәре тураһында

үҙгәртергә

Кащеев ижады формалашҡан осорҙа уға рәссам А. Э. Тюлькиндың йоғонтоһо ҙур була. Кащеев портрет һәм композициялы картина жанрҙарында эшләй.

Ижадының төп темаһы — башҡорт халҡының тормош-көнкүреше, уның тарихы һәм бөгөнгөһө. Үҙенсәлекле милли колорит менән һуғарылған әҫәрҙәре үткәндәр менән хәҙерге араһындағы өҙөлмәҫ бәйләнеш идеяһын аса. Портреттар галереяһын ижад иткән, уларҙа ижадының экспрессив-психологик йүнәлеше айырыуса көслө сағыла.

Әҫәрҙәре геройҙарының күпселеге — милли һыҙаттарының, тышҡы колоритының матурлығы һәм үҙенсәлеклелеге менән айырылып торған ауыл кешеләре.

Картиналарындағы төҫтәр һайланышы декоративлыҡ принциптарына ҡоролған, палитраһы төҫтәрҙең таҙалығы, әүҙемлеге һәм сағыулығы менән айырылып тора. Төп әҫәрҙәре: «Һауынсылар» (1964), «Бабай» (1965), «Башҡорт ҡымыҙы» (1966), «Бишек янында» (1968), «Иртә. Ғаилә» (1969), «Фәрхи апай» (1971), «Завод лабораторияһында иртә» (1974); «Быраулаусылар» (1974), «Башҡорт балы» (1977), «Колхозда бесән мәле» (1979), «Ҡымыҙлыҡ» (1994) — бөтәһе лә В. Нестеров исемендәге худажество музейында.

Төп эштәре араһында түбәндәгеләр бар: Әсә портреты (киндер, май), 1957. Комбайнер, (киндер, май), 1958. Ҡошсо Анисья (киндер, май), 1958. Келәмселәр (киндер, темпера), 1964. Һауынсылар (киндер, темпера), 1964. Бабай (киндер, май), 1965. Әсә портреты (киндер, темпера), 1967, Ғаилә (киндер, темпера), 1967. Башҡорт ҡымыҙы (киндер, май), 1966—1967. Ҡошсо (киндер, темпера), 1968. Бишек янында (киндер, темпера), 1969. Хат (киндер, темпера), 1969. Әхирәттәр (киндер, темпера), 1970. Завод лабораторияһында иртә (киндер, темпера), 1971—1973. Һалдат әсәһе (киндер, темпера), 1975. Тәүге бураҙна (киндер, темпера), 1977. Башҡорт балы (киндер, темпера), 1977. Монументаль эш, мозаика, Спорт һарайы, Өфө, 1969—1970 (А. А. Кузнецов, В. П. Пустарнаков, Л. Я. Круль, Р. С. Нафиҡов, С. А. Литвинов менән берлектә). Монументаль эш, Машина эшләүселәр һарайының экстерьерындағы һәм интерьерындағы мозаика, Өфө, 1970—1972 (шул уҡ бригада).

"Башҡорт ҡымыҙы" әҫәре

үҙгәртергә

Федор Кащеевтың башҡорт көнкүрешен күҙәтеп, тупланған күҙәтеүҙәре, һөнәри оҫталығы өлгөрөп еткәс төшөрөлгән картинаһы - «Башҡорт ҡымыҙы» (1966). Был әҫәрендә ул тәүге тапҡыр башҡорт милли темаһына мөрәжәғәт итә.

Кащеев ҡабатланмаҫ башҡорт мөхите, ауыл кешеләре образын тыуҙырған. Төҫтәр ҙә ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә: башҡорт халыҡ зауығына хас ҡыҙыл, һары, аҡ, ҡара, зәңгәр, йәшел, һандал төҫтәр ҡулланыла.

Гәрәбәләй алтынһыу аласыҡ ҡабырғаһы ерлегендә көндәлек тормош өсөн көтөлмәгәнсә тантаналы булып оло йәштәге һәм йәш ҡатын һындары һүрәтләнә - уларҙың сағыу яулыҡтары, милли кейемдәре, ҡымыҙ бешкән бешкәк, көбө (гөбө), уға бер яҡтан ҡапланған ҡыҙыл башлы һөлгө - барыһы ла башҡорт көнкүрешенән. Ҡатындарҙың йөҙҙәре, ҡулдары бик һаҡлыҡ менән, нәзәкәтле итеп төшөрөлгән. Уларҙың араһында ыштанһыҙ бәләкәс малай, ҡаршыларында ҡымыҙлы туҫтаҡ тотоп ултырған түбәтәйле ҡарт; тыш яҡта ат ҡараусы һыны. Рәссам композицияны ла, төҫтәр ярашлы булыуын да, ваҡ һәм эре деталдәрҙе лә бик оҫта итеп һайлаған һәм камил бер бөтөнлөк тыуҙырған.

Ябай ғына күренеш - ҡымыҙ бешеү - рәссам тарафынан ҡобайырҙай әһаңлы итеп һүрәтләнгән, башҡорт халҡының йөҙ-ҡиәфәте, холоҡ-фиғеле, ҡабатланмаҫ милли һыҙаттары , халыҡтың үткәне менән бөгөнгөһө күсәгилешлеге, тарихы менән бәйләнеш асып һалынған.

Әҫәр Мәскәүҙә Октябрҙең 60 йыллығына арналған Бөтә Союз күргәҙмәләрендә күрһәтелә, тәүге тапҡыр башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, уның үҙенсәлекле этнографияһына ҡыҙыҡһыныу уята. Картина төрлө сит илдәр - (Болгария, Польша, Венгрия) экспозицияларында ла күрһәтелә. «Башҡорт ҡымыҙы» әҫәре өсөн Ф. Кащеевҡа СССР художество академияһы дипломы тапшырыла. 1968 йылда уға Башҡортостан ВЛКСМ Өлкә Комитетының Ғәлимов Сәләм исемендәге республика премияһы бирелә[2]

Күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу

үҙгәртергә
  • Республика күргәҙмәләре, Өфө, 1957 йылдан башлап бөтәһендә лә (1972 һәм 1976 йылғы йәштәр күргәҙмәләренән башҡа);
  • «Социалистик Урал» зона күргәҙмәләре: Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең декада барышында ойошторолған күргәҙмәһе, Мәскәү, Ленинград, 1969.
  • БАССР рассамдары әҫәрҙәренең В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмәһе, Ульяновск, 1970.
  • Өс зона рассамдары әҫәрҙәренең В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • РСФСР автономиялы республикаларының рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • «Совет Рәсәйе» Бөтә Рәсәй рәссам әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1967.
  • «Совет Рәсәйе» Бөтә Рәсәй рәссам әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1970.
  • «Совет Рәсәйе-5» Бөтә Рәсәй рәссам әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1975.
  • Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1977.
  • ВЛКСМ-дың 40 йыллығына арналған Бөтә Союз күргәҙмәһе, Мәскәү, 1958.
  • Бөтә Союз йәш рассамдарҙың әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1966.
  • Бөтә Союз йәш рассамдарҙың әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1967.
  • Бөйөк Октябрҙең 50 йыллығына арналған Бөтә Союз күргәҙмәһе, Мәскәү, 1967.
  • «Совет портреты» Бөтә Союз художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1973.
  • Бөйөк Октябрҙең 60 йыллығына арналған «Ленин юлынан» Бөтә Союз күргәҙмәһе, Мәскәү, 1977.
  • Совет сәнғәте әҫәрҙәре халыҡ-ара күргәҙмәһе, Болгария, 1967.
  • «Совет сәнғәте» халыҡ-ара күргәҙмәһе, Польша, 1970.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең ГДР-ҙағы күргәҙмәһе, Галле ҡалаһы, 1975.
  • «Совет сәнғәте» халыҡ-ара күргәҙмәһе, Болгария, 1975.
  • 1989 йылдағы персональ күргәҙмәләре (Өфө, Мәскәү, Ленинград).
  • «Искусство стран и народов мира». Краткая энциклопедия, т. 3, раздел «Изобразительное искусство автономных республик». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
  • История Уфы. Сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
  • Сборник «Выставка произведений художников автономных республик РСФСР». Изд. «Художник РСФСР», Ленинград, 1971.
  • Г. Пикунова: Урал социалистический. Изд. «Советский художник», Москва, 1971.
  • Журнал «Творчество», 1967, № 12. Ю. Нехорошев: Зональные и республиканские выставки.
  • Журнал «Творчество», 1969, № 2. Ю. Нехорошев: Образы Башкирии.
  • Журнал «Художник», 1959, № 6. Г. Кушнеровская: Художники Башкирии сегодня.
  • Журнал «Художник», 1967, № 10. Г. Лутошкин: Урал социалистический.
  • Журнал «Художник», 1969, № 12. Ред. статья «Рожденные традициями жизни».
  • Журнал «Художник», 1972, № 5. Б. Павловский: Край будущего.
  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1979.
  • Федор Кащеев: Буклет. Авт. вступ. ст. А. Г. Янбухтина. Уфа, 1974; Ф. А. Кащеев: Альбом. Авт.-сост. Г. Р. Пикунова. — Л., 1980.

Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (1991)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1973)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1979)
  • Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы (1968)
  • СССР Художество академияһының 1-се дәрәжә дипломы (1970)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Габриэль Пикунова-Уждавини О творчестве Федора Кащеева [2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә