Ғәлим
Викидатала элемент тултырылмаған |
Ғәлим — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарының ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәБашҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Ғәлим ғәрәпсәнәнә белемле, уҡымышлы, ғалим тигәнде аңлата. Ғәлим исеменән Ғәлимов фамилияһы барлыҡҡа килә.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәХисамов Ғәлим Афзал улы (25 апрель 1949 йыл) — журналист, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре, 1994—1998 йылдарҙа Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2014) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2006) лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Дәүләтов Ғәлим Абдулла улы; Ғәлим Дәүләди (9 апрель 1936 йыл — 15 апрель 2016 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сергей Чекмарёв һәм Булат Рафиҡов исемендәге премиялар лауреаты.
Әхмәтшин Ғәлим Әхмәт улы (1903 — ?) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1], гвардия ҡыҙылармеецы[2], II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1][2].
Латипов Ғәлим Хатип улы (Латиф улы) (рус. Латыпов Галим Хатыпович) (1904—?) — Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты.[3]
Яҡупов Ғәлим Миңлеғәлим улы — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 народа. Ахметшин Галим Ахметович(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 Шаймуратовцы. АХМЕТШИН Галим Ахметович
- ↑ ЛАТЫПОВ Галим (Гали, Халим) Х(Л)атыпович
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |