Әхмәтшин Ғәлим Әхмәт улы

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙылармеецы, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы к

Әхмәтшин Ғәлим Әхмәт улы (1903 — ?) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1], гвардия ҡыҙылармеецы[2], II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1][2].

Әхмәтшин Ғәлим Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Яңы Ҡормаш, Иҫке Ҡормаш ауыл Советы (Кушнаренко районы), Кушнаренко районы
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Әхмәтшин Ғәлим Әхмәт улы 1903 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Яңы Ҡормаш ауылында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армияға Кушнаренко район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында 76 миллиметрлы пушкалар батареяһы правильныйы булып хеҙмәт итә[1][2].

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1944 йылдың 4 майында «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә (ҡаһарманлыҡ күрһәткән көнө 1944 йылдың 12 апреле, подразделениеның 1944 йылдың 4 майындағы 4/н һанлы бойороғо)[1].

Наградлау ҡағыҙында Әхмәтшин Ғәлим Әхмәт улының ҡаһармалығы тураһында ошолар яҙылған:

  76 миллиметрлы пушкалар батареяһы правильныйы Әхмәтшин Ғәлим Әхмәт улы составында эш иткән орудие расчеты 1944 йылдың 12 апрелендә Владимир-Волынский ҡалаһы янындағы һуғышта дошмандың 2 станоклы пулемётын һәм 1 «Фердина́нд» тибындағы үҙйөрөшлө орудиеһын юҡ итте. 1903 йылда тыуған, татар, 1943 йылдан ВКП(б) ағзалығына кандидат[1]  

1985 йылда II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә