Ғәликәев Сергей Марат улы

Ғәликәев Сергей Марат улы (28 ноябрь 1969 йыл) — СССР һәм Рәсәй боксёры. Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, СССР халыҡтары Спартакиадаһының көмөш призеры, Донъя кубогының көмөш призеры, БДБ чемпионатының бронза призеры. Халыҡ-ара класлы СССР спорт мастеры (1990).

Ғәликәев Сергей Марат улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 28 ноябрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Мейәс, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө боксёр
Эш урыны Урал дәүләт физик культура университеты
Уҡыу йорто Урал дәүләт физик культура университеты
Спорт төрө Бокс

Биографияһы үҙгәртергә

Ғәликәев Сергей Марат улы 1969 йылдың 28 ноябрендә Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһында тыуған. 4-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый, артабан электромеханика техникумын тамамлай.

11 йәшендә әүҙем рәүештә бокс менән шөғөлләнә башлай, тренер С. В. Мыльцев етәкселегендә Урал автомобиль заводы ҡарамағындағы спорт клубында әҙерлек үтә. Һуңыраҡ 1987 йылда Силәбе ҡалаһына күсә, бында «Урал» спорт клубына ҡушыла һәм атҡаҙанған тренерҙар Владимир Рощенко һәм Хәлил Лоҡмановтың тәрбиәләнеүсеһе була[1].

1987 йылда Копейскиҙа уҙған С. В. Хохряков иҫтәлегенә арналған бөтә союз турнирында еңеү яулай. Шулай итеп СССР спорт мастеры нормативын үтәй. 1989 йылда Чехословакияла Вацлав Прохазки халыҡ-ара турнирында еңә.

1990 йылда СССР милли йыйылмаһы составна инә һәм Гаванала Донъя кубогының бронза призеры була. Бынан тыш СССР Ҡораллы көстәре беренселегендә һәм Венгрияла социалистик илдәре хәрби хеҙмәткәрҙәре араһында донъя чемпионатында еңеү яулай. Был ҡаҙаныштары өсөн Халыҡ-ара класлы СССР спорт мастеры дәрәжәһенә лайыҡ була.

1991 йылда Минскиҙа СССР халыҡтарының йәйге Спартакиадаһында икенсе урын яулай. 1992 йылда Өфөлә Рәсәй чемпионатында 1-се урын яулай һәм Тамбовта БДБ чемпионатынжа бронза миҙалына эйә була. Шулай уҡ Оттавала Канада кубогында көмөш миҙал яулай, Данияла хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионатында һәм АҠШ йыйылмаһы менән матч осрашыуында ҡатнаша.

1993 йылда Силәбелә Рәсәй чемпионатында еңеү яулай һәм 60 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында алдынғылыҡты бирмәй. Бурсала Европа чемпионатында һәм Тамперела донъя чемпионатында ҡатнаша. 1995 йылда Мәскәүҙә халыҡ-ара турнирҙа икенсе урын яулай[2].

1996 йылда Урал дәүләт физик культура академияһын тамамлай. Спорт карьераһын тамамлағандан һуң, 1997 йылдан Силәбе өлкәһе спорт комитеты олимпия резервының махсуслашҡан балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы булып эшләй. Урал дәүләт физик культура университетында бокс кафедраһы уҡытыусыһы. Силәбе бокс федерацияһы вице-президенты, Олимпия әҙерлеге үҙәгенең йыйылма командалары начальнигы[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Челябинская школа бокса. Лукманов, Халил Хамитович. WORLDBOXING.USSR. Дата обращения: 29 июль 2017. 2020 йыл 23 октябрь архивланған.
  2. По материалам базы данных amateur-boxing.strefa.pl
  3. Сергей Галикиев: ни дня без книги. ГТРК «Южный Урал» (6 декабрь 2012). Дата обращения: 30 июль 2017. 2021 йыл 6 ноябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә