Ғәзиев Иҙрис Мөҙәрис улы
Ғәзиев Иҙрис Мөҙәрис улы (21 апрель 1960 йыл) — йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2009), профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡортостан Республикаһының (1993) һәм Татарстан Республикаһының (2002) халыҡ артисы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1998) һәм Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы (2020), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990) лауреаты.
Иҙрис Ғәзиев | ||||||
Төп мәғлүмәт | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тулы исеме |
Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиев | |||||
Тыуған | ||||||
Тыуған урыны |
СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ауырғазы районы, Ҡорманай ауылы | |||||
Ил | ||||||
Һөнәрҙәре |
йырсы | |||||
Йырлау тауышы |
тенор | |||||
Хеҙмәттәшлек | ||||||
Наградалар |
| |||||
Аудио, фото, видео Викимилектә | ||||||
Биографияһы
үҙгәртергәИҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиев 1960 йылдың 21 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Ҡорманай ауылында тыуған. Өфөнөң 2-се музыкаль-педагогия училищеһында уҡыған (уҡытыусыһы Лилиә Кәримова).
1986 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын «Концерт-камера йырсыһы, уҡытыусы» һөнәре буйынса (М. Г. Мортазина класы), 1996 йылда — Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре белемен күтәреү институтын «музыкаль театр режиссеры» һөнәре буйынса (Мәскәү, Н. И. Кузнецова курсы) уҡып сыға.
1986—2010 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.
2001 йылдан бирле Өфө дәүләт сәнғәт институтында вокал сәнғәте, эстрада джаз башҡарыусылары һәм тауыш режиссерҙары кафедраһында уҡыта. Вокал сәнғәте кафедраһы профессор, сәнғәт фәне кандидаты. Кандидатлыҡ диссертацияһын «Волга-Урал мосолмандары вокал мәҙәниәтендә профессионализмдың формалашыуы һәм үҫеше» темаһына 2009 йылда Ҡазанда яҡлай.
Иҙрис Ғәзиевтың 14 компакт-дискыһы, «Иҙрис Ғәзиев йырлай» видеокассетаһы сыға (Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы).
2020 йылда Иҙрис Ғәзиев татар композиторҙары әҫәрҙәренән һәм халыҡ йырҙарынан торған яңғыҙ башҡарған программалары өсөн Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды[1].
Вокал партиялары
үҙгәртергәИҙрис Ғәзиев башҡарған әҫәрҙәргә сит ил (Г. Ф. Гендель, К. Дебюсси, Д. Каччини, Ф. Шуберт, Р. Шуман), үҙебеҙҙең композиторҙарҙың (М. И. Глинка, С. В. Рахманинов,. Н. А. Рим-Корсаков, П. И. Чайковский), башҡорт — («Ашҡаҙар», «Бейеш», «Ғайса ахун», «Зөлхизә», «Һандуғас», «Эскадрон»), татар композиторҙарының («Әллүки», «Зөбәржәт», «Урман», «Таһир-Зөһрә» һ. б.) әҫәрҙәрен башҡара. «„Урал батыр“ башҡорт эпосын уҡығас» 3-сө симфония, Морат Әхмәтовтың 4-се «Реквием-оҙон көй» симфонияһында тенор партияһын, Салауат Низаметдиновтың «Мөхәббәт йондоҙо» рок-операһында Егет ролен, А. З. Монасиповтың «Туҡай ритмдарында» симфоник поэмаһында (2-се ред.), Р. Харис шиғырына Р. Әхиәрованың «Аҡ һөлгө» вокаль-симфоник поэмаһында, Р . Ю. Абязовтың «Йырға әйләнгән…» триптихында, Нур Дауытов, Заһир Исмәғилев, Айрат Кәримов, Рафаил Ҡасимов, Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Данил Хәсәншин һәм башҡаларҙың йыр һәм романстары инә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1989)
- Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993)
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1998)
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000)
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2002)
- Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы (2020)
- Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсылар бәйгеһе лауреаты (Өфө, 1980)
- «Сочи-84» Бөтә Рәсәй совет йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (1984)
- Бөтә союз «Татар йыры» конкурсы лауреаты (Ҡазан, 1989)
- «Балтик йыры» эстрада йырҙарын башҡарыусылар (Карлсхамн, Швеция) конкурсы лауреаты (1998)
- «Һандуғас» фестивале лауреаты (Ҡазан, 1999, 2000)
- Ғ. Ибраһимов премияһы лауреаты
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Минниханов присудил премии РТ имени Габдуллы Тукая. Интернет-газета «Реальное время», 26 апреля 2020 года 2020 йыл 5 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2020)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Фәтҡуллин Ф. М. Баш очымда кош сайрады. Уфа, 1999.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Газиев Идрис Мударисович // Башкортостан: Универсальная энциклопедия 2013 йыл 11 декабрь архивланған.
- Артист, поющий душой и сердцем (К 55-летию солиста Идриса Газиева). ИА «Башинформ», 21 апреля 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 март 2020)
- Газиев Идрис // Культурный мир Башкортостана 2013 йыл 14 декабрь архивланған.
- Идрис Мударисович Газиев // Татарам.ру
- Галимова Г. Я — Идрис! // Татарский интернет-магазин