Үрге Таш (Мәләүез районы)

Үрге Таш — Башҡортостандың Мәләүез районындағы Нөгөш ауыл советына ҡараған бөтөрөлгән башҡорт ауылы. Нөгөш һыуһаҡлағысы аҫтында ҡалған.

Үрге Таш
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Мәләүез районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 29 сентябрь 1979
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1795

Нөгөш йылғаһының уң яҡ ярындағы Үрге Таш ауылы 1795 йылдарҙан алып билдәле[1].Түбәнге һәм Үрге Таш ауылдарына сәңкем-ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Нөгөш йылғаһы— юрматылар менән ҡыпсаҡтар араһындағы тәбиғи сик булып торған.

 
Нөгөш һыуһаҡлағысы аҫтында бер нисә ауыл ҡалған

1842 йылда ауыл халҡы (324 кеше) 314 ат тота, һыйыр малы (221 баш), һарыҡ (236), кәзә (26 баш); ауылда барлығы 32 умарта иҫәпләнә. 1859 йылда 66 йортта 420 кеше , 1920 йылда— 88 йортта 392 кеше йәшәй .

Ауылдың юҡҡа сығыуы Нөгөш һыуһаҡлағысы төҙөлөү менән бәйле. 1979 йылда рәсми рәүештә ауыл йәшәүенән туҡтай.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә:

Халыҡты башҡа ергә күсереү һәм йәшәүҙән туҡтатылуы сәбәпле, Башҡорт АССР-ның административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән түбәндәге тораҡ пункттарҙы төшөрөп ҡалдырырға
Мәләүез районы буйынса:

Нөгөш ауыл советы Үрге Таш ауылы

— Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 29.09.1979 № 6-2/312 «Об исключении некоторых населённых пунктов из учётных данных по административно-территориальному делению Башкирской АССР»[2]


Үрге Таш, Привольное,Кинйәбай ауылдары һыу һаҡлағыс төҙөлөшө барышында Мәләүез районы Нөгөш ҡасабаһына һәм башҡа ауылдарға күсерелә.

1816 йылда үткән VII ревизия ваҡытында документтарҙа күренгән Аҡназар ауылына Үрге Таш ауылы кешеләре нигеҙ һалған. Ағиҙелдең уң яҡ ярындағы яңы Аҡназар ауылында 13 йортта 77 кеше йәшәгән. уның икенсе исеме— Байегет. Сәңкем-ҡыпсаҡ олоҫо башҡорттары араһында Аҡназар Үтәғолов иң күренекле кешеләрҙең береһе була. Ул 1754 йылда заводчиктар Твердышев менән Мясниковҡа баҡыр рудаһына бай башҡорт ерҙәрен һатыуҙа ҡатнашҡан.

Ауылдағы тулы булмаған Әбет мәктәбендә Ерек, Әбет, Этҡөсөҡ, Кинйәбай, Һәргәй, Һыртлан, Түбәнге Таш ауылы балалары ла уҡый. 1952 йылда был мәктәпте буласаҡ шағир Ғәлим Дәүләтов тамамлай.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә
  • 1812 йылда Ватан һуғышында Хөсәйен менән Ихсан Әбүбәкеровтар үҙҙәрен ҡурҡыу белмәҫ батыр итеп күрһәткән; Ихсан ике орден (изге Һәм III дәрәжә изге Анна һәм IV дәрәжә изге Владимир) һәм ике миҙал, Хөсәйен — ике көмөш миҙал менән бүләкләнә.

1-се полк есаулы Ихсан Әбүбәкеров 1813 йылдың 16 сентябрендә Десава ҡалаһы янында күрһәткән батырлығы өсөн IV дәрәжә изге Владимир, шул уҡ йылдың 6 декабрендә Данциг ҡәлғәһе өсөн барған алыштағы батырлығы өсөн— III дәрәжә изге Анна ордены менән бүләкләнә. 1814 йылдың 29 февралендә полк командиры (ярҙамсыһы?) итеп тәғәйенләнә тигән мәғлүмәттәр ҙә осрай.

  • Ғәбитов Ғимран Хәмит улы (1958, Үрге Таш) — геолог, «АНК „Башнефть“» ЯСЙ директоры (2004—2007), Архангел районы хакимиәте башлығы (2011—2012).
  • Әлимғолов Искәндәр Арыҫланбәк улы (25.12.1908г. — 18.12.1974)—уҡытыусы, Мәләүез районы Аптраҡ мәктәбе Күгәрсен районы Хоҙабирҙе мәктәбе директоры, Мәләүез районы Әбет мәктәбе директоры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294 кавалерия полкы яугиры. РСФСР мәғарифы отличнигы. Ҡатыны Әлимғолова (Хәсәнова)Мәҙинә Заһретдин ҡыҙы, уҡытыусы, РСФСР мәғарифы отличнигы.Ҡыҙҙары: Магизова Флора Искәндәр ҡыҙы (1939)- педагог, БАССР-ҙың мәғариф отличнигы, РФ дөйөм белем биреү почётлы хеҙмәткәре. Зөбәйерова Флорида Искәндәр ҡыҙы (1945)—табип, БР-һының атҡаҙанған табибы.
  • Ғәлим Дәүләди-шағир, 1952 йылда Үрге Таштағы Әбет ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаған.

Тағы ҡарағыҙ

үҙгәртергә

-Мәләүез районы

-Нөгөш һыуһаҡлағысы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә