Ағиҙел мәҙәниәте — Көньяҡ Урал алды, Волга-Урал аралығының һуңғы неолит һәм энеолит археологик мәҙәниәте, беҙҙең эраға тиклем V—III мең йыллыҡҡа ҡарай.

Ағиҙел мәҙәниәте
Яңы таш быуат, Таш быуаттың һуңғы осоро
Әүәләп яһалған һауыт. Неолит.
Б. э. т. IV-III мең йыллыҡтар
Урынлашыуы

Башҡортостан

Дәүере

беҙҙең эраға тиклем V—III мең йыллыҡ

Дауамсылар:
[[]] [[]]

Дөйөм характеристика

үҙгәртергә

Археологик мәҙәниәт Ағиҙел йылғаһы исеме менән аталған.

Һәйкәлдәрҙең күпселек өлөшө Башҡортостандың урман һәм далалы өлөшөндә, Ағиҙел, Дим һәм Ыҡ йылғалары бассейны буйында урынлашҡан. Иртә осор ҡомартҡыларына III Муллин, III Дәүләкән, I Бельская; һуңғы осорға — IV Муллин, III Сауз, Ғүмәр һ. б. һанарға була.

Ағиҙел мәҙәниәте тораҡтары юғары туғайҙарҙа урынлашып, нығытыуһыҙ булған. Торлаҡ булып ер өҫтөндәге дүрт мөйөшлө, бәлки, бүрәнәнән эшләнгән ҡоролмалар хеҙмәт иткән.

Иртә осорҙағы керамика түңәрәк төплө, күп тажлы булһа; һуңғы осорҙа — тура тышлы, эре тараҡ менән биҙәлгән. Саҡматаш ҡоралдарға өҫтөнлөк биргәндәр, шулай уҡ шымартылған балта һәм бағауҙар, бысаҡ һәм суртанды төрөндәге һөңгө остары, игенҡырғыс, ураҡ ҡулланғандар. Йорт хайуандарынан ат, эре һәм ваҡ мөгөҙлө мал (35 % тиклем) һөйәктәре табылған.

Ағиҙел мәҙәниәте халҡы күбеһенсә Ыҡ-Дим аралығында һәм Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында төпләнгән (Башҡортостан); һунар, балыҡсылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Көнбайышта Һамар мәҙәниәте, көньяҡ-көнсығышта Урал аръяғы (суртанды) мәҙәниәте менән сиктәш булған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Матюшин Г. Н. Археологический словарь. — М.: Просвещение, 1996. — 304 с. — ISBN 5-09-004958-0.
  • Матюшин Г. Н. Энеолит Южного Урала: Лесостепь и степь. М., 1982.
  • Матюшин Г. Н. Неолит Южного Урала. Предуралье. М., 1996.

Һылтанмалар

үҙгәртергә