Суртанды мәҙәниәте

Суртанды мәҙәниәте — беҙҙең эраға тиклемге 4—3 мең йыллыҡтарға ҡараған энеолит осоро археологик мәҙәниәте. Суртанды күле торалары исеме буйынса аталған. Башҡортостанда Суртанды мәҙәниәте ҡомартҡылары Көньяҡ Урал аръяғында, Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүҙәрендә тупланған.

Суртанды мәҙәниәте
Эра Энеолит

Дөйөм һүрәтләмә

үҙгәртергә

Тораҡтар уйһыу күл ярҙарында урынлашҡан (Ҡарабалыҡты, Мауыҙҙы, Мәсәғүт тораҡтары һәм башҡалар). Нығытмалары юҡ.

Стеналары эре таш плиталары менән ябылған ер өйҙәр һәм ярым ер өйҙәр торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Улар һәр береһе 30—50 кв.м. майҙанлы 6—8 усағы, һикеләре булған ҡаралтыларҙан ғибәрәт. Ярым түңәрәк булып ултырған торлаҡтар алдында таш түшәлгән майҙан булған. Уларын мал өсөн һарайҙары урыны тип фаразлайҙар.

Көнкүрештә ҡулланылған һауыт-һаба керамиканан эшләнгән. Һауыттарҙың ауыҙҙары бер аҙ бөгөлгән. Йомортҡа формаһында, төптәре түңәрәк. Тешле штамп баҫып төшөрөлгән геометрик фигуралар менән биҙәлгән.

Ерләү ҡомартҡылары табылмаған. кремний һәм йәшмә әйберҙәр (уҡ башағы, бысаҡ, ҡырғыс, сүкеш, иген төйгөстәр), баҡыр ҡоралдар табылған.

Суртанды мәҙәниәте халҡы неолит осороноң урындағы ҡәбиләләре нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Беҙҙең эраға тиклемге 3-сө мең йыллыҡ аҙағында Йүрүҙән, Өршәк, Әй үҙәндәрендә ултырғандар.

Һунар, балыҡсылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Суртанды мәҙәниәте ҡәбиләләре көнсығышта — Алакүл мәҙәниәте, көнбайышта Абала мәҙәниәте халҡы формалашыу компоненттарының береһе була.

Суртанды мәҙәниәтен өйрәнеүҙә ғалимдар О. И. Бадер, Л. Я. Крижевская, Г. Н. Матюшин, К. В. Сальников ҙур көс һала.

Суртанды тораҡтары (стоянки)

үҙгәртергә

Суртанды тораҡтары I (С.т. I)— Мезолит—энеолит осоро археологик ҡомартҡылары. Суртанды күле буйында, Әбйәлил районы Һамар аръяғында көньяҡ-көнбайышҡа табан 1—1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1961 йылда Г. Н. Матюшии тарафынан асыла һәм өйрәнелә. С.т. II — энеолит осорона ҡарай. Күлдең төньяҡ-көнбайыш ярында урынлашҡан. 1961 һәм 1967 йылдарҙа тикшерелә. 24  м² ер ҡаҙылған. Таш әйберҙәр һәм керамика ярсыҡтары табылған. С.т. III — неолит, энеолит осоро. Күлдең төньяҡ-көнбайыш ярында урынлашҡан. 1963 һәм 1967 йылдарҙа өйрәнелә. 24  м² ер ҡаҙылған. кремний әйберҙәр һәм һауыт-һаба ярсыҡтары табылған. С.т. VI — мезолит, энеолит осоро. Күлдең көньяҡ-көнбайыш ярында табылған. 1961, 1963, 1967 йылдарҙа тикшерелә. 72  м² ер ҡаҙылған. 27480 таш әйбер һәм керамика ярсығы табылған. С.т. VI I — мезолит—энеолит осоро. Күлдең көньяҡ-көнбайыш ярында табылған. 1961, 1967—68 йылдарҙа тикшерелә. 88  м² ер ҡаҙылған. Мезолит осоро ҡатламында геометрик микролиттар, неолит осорона ҡараған һыҙып эшләнгән бик күп биҙәкле керамика ярсыҡтары, энеолит ҡатламынан тешле штамп баҫып төшөрөлгән геометрик биҙәкле һауыт-һаба, ике яғы ла эшкәртелгән таш әйберҙәр табылған. С.т. VIII — энеолит осоро. Күлдең көньяҡ-көнбайыш ярында табылған. 1961, 1967-1968 йылдарҙа өйрәнелә. 440  м² ер ҡаҙылған. Усаҡлы 6 торлаҡ соҡоро асыҡланған. Майҙаны 30—32 кв.м. Бағана конструкция ҡалдыҡтары табылған. Торлаҡтарҙа һикеләр ҙә булған, тип фаразлана. Һауыт-һабалары тальк һәм балсыҡ ҡушып эшләнгән керамиканан. Тешле штамп баҫып, геометрик биҙәкле йомортҡа формаһында эшләнгәндәр. кремний һәм йәшмәнән эшләнгән 34165 әйбер: бысаҡ, ҡырғыс, бысаҡ рәүешендәге пластина, ярғыстар табылған. Шулай уҡ, баҡырҙан яһалған 3 пластина ҡойолма, ҡармаҡ рәүешендә бөгөлгән тимерсыбыҡ, ат, һыйыр малы, ваҡ мал һөйәктәре табылған. Халҡы һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Был ҡомартҡылар барыһы ла Суртанды мәҙәниәтен билдәләү өсөн эталон иҫәпләнә.

Шулай уҡ, ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ағиҙел мәҙәниәте

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә