Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы
Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы (рус. Гумеров Ахмет-Ясави Адигамович; 17 (29) сентябрь) 1895 йыл — 8 декабрь 1937 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының эске эштәр буйынса халыҡ комиссары (1921—1922).
Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы | |||
| |||
---|---|---|---|
ноябрь 1921 йыл — июль 1922 йыл | |||
Алдан килеүсе: | Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы | ||
Дауамсы: | Соколов Николай Владимирович | ||
Тыуған: | 29 сентябрь 1895 (17 сентябрь 1895) Иҫке Айыу ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы | ||
Үлгән: | 8 декабрь 1937 (42 йәш) ? | ||
Партия: | РКП(б) |
Биографияһы
үҙгәртергәҒүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы 1895 йылдың 17 (29) сентябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районы) Иҫке Айыу ауылында тыуған. Шул уҡ ваҡытта башҡа сығанаҡтарға ярашлы, уның тыуған ере — Стәрлетамаҡ өйәҙенең Шәрәй ауылы тип күрһәтелгән[1][2]. Милләте башҡорт[3].
Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, подпоручик, полк командиры була. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда большевиктар яғында була.
1921 йылдың ноябренән 1922 йылдың июленә тиклем — Башҡорт АССР-ының эске эштәр буйынса халыҡ комиссары.
1925 йылдан Бәләбәй кантоны прокуроры ярҙамсыһы була. Һуңыраҡ Башҡорт дәүләт нәшриәтендә тәржемәсе-мөхәррир булып эшләй.
1937 йылдың 27 июлендә респрессияға тарттырылып, ҡулға алына. 58-2, 58-7, 58-8, 58-10, 58-11 статьялары буйынса хөкөм ителә. 1937 йылдың 8 декабрендә атыла.
1956 йылдың июлендә аҡланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гумеров Ахмед-Ясавий Адигамович // Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991 гг.
- ↑ Гумеров Ахмед-Ясавий Адигамович(недоступная ссылка) / Народные комиссары и министры внутренних дел Башкортостана. Официальный сайт МВД по Республике Башкортостан.
- ↑ Гумеров Ахмет-Ясави Адигамович / Книга памяти Республики Башкортостан.