Ғарифуллин Рөстәм Рәфис улы

Ғарифуллин Рөстәм Рәфис улы (20 май 1978 йыл24 февраль 2015 йыл) — саңғысы-паралимпиясы. Туриндағы Паралимпия уйындарының биатлон буйынса ике тапҡыр чемпионы (2006), саңғы эстафетаһы буйынса көмөш призеры (2006) һәм биатлон буйынса дөйөм зачетта донъя кубогын яулаусы (2006), саңғы ярыштары буйынса эстафетала донъя чемпионы (2005). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2008) һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев (2006) ордендары кавалеры.

Ғарифуллин Рөстәм
Файл:RGarifullin.jpg
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

мужской

Тулы исеме

Ғарифуллин Рөстәм Рәфис улы

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Специализация

биатлон, саңғы ярышы

Тыуған датаһы

20 май 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған ере

Башҡорт АССР-ы
Балтас районы
Аҫау ауылы

Вафат булған көнө

24 февраль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (36 йәш)

Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005), Рәсәйҙең биатлон буйынса атҡаҙанған спорт мастеры (2006)

Рәсәй йыйылма Паралимпия командаһы ағзаһы (2002-07). 2002-2007 йылдарҙа Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры А. А. Ғүмәров).

Биографияһы үҙгәртергә

Рөстәм Рәфис улы Ғарифуллин 1978 йылдың 20 майында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Аҫау ауылында тыуған. РОСТО спорт-техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ; тренеры М. З. Мөҙәрисов). Стәрлетамаҡ физик культура техникумын (1997) һәм Башҡорт физик культура институтын (2006) тамамлаған.

2002 йылдан Өфө ҡалаһының Н. Гастелло исемендәге спортклубының уҡыу-спорт бүлеге инструкторы.

Дуҫтарының һүҙҙәре буйынса, спортсы бер ҡасан да шәхси торлаҡ һатып ала алмай. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Нефтекамала таксист булып аҡса эшләй.

Ғарифуллин Рөстәм Рәфис улынан пенсия буйынса һорау менән мөрәжәғәт булғаны билдәле : "3-сө төркөм инвалиды яҙа. Мин Турин 2006 паралимпия чемпионы булдым һәм Олимпия чемпиондары пенсияһына өҫтәмә түләү булыуы тураһында белеп ҡалдым; ошондай һорау бар: «Өҫтәмә түләүҙе билдәләү өсөн пенсия фондына ниндәй документтар кәрәк буласаҡ һәм өҫтәмә түләү нисә % тәшкил итә?»[1]

Һәләк булыуы

Автомобиль аварияһы М7 «Волга» федераль трассаһында 23 февралдә була. 36 йәшлек спортсы үҙ машинаһында туғандарынан өйөнә ҡайтып килгән була. Юл-транспорт һәләкәте һөҙөмтәһендә Ғарифуллин менән бергә уның әсәһе Ғарифуллина Рәлүзә Муллахан ҡыҙы һәм инәйе һәләк була.

(«Республика Башкортостан» гәзите[2] (перепечатка. Гәзите.ру[3], ИА «Стадионында»[4]))

Спорт карьераһы үҙгәртергә

биатлон

12,5 км-ға ярышта һәм 7,5 км-ға спринтта Паралимпия уйындары чемпионы (2006), дөйөм зачетта донъя Кубогын яулаусы (2006), спринтта донъя Кубогы этабы еңеүсеһе (2005), 12,5 км-ға ярышта, биатлон буйынса донъя чемпионатының көмөш призеры (икеһе лә — 2005).

йәйге биатлон

Европа чемпионы, 3 тапҡыр Европа Кубогы этабы еңеүсеһе, йәйге биатлон буйынса Европа чемпионатының бронза призеры (барыһы ла — 1997) .

саңғы ярыштары

Паралимпия уйындарының көмөш призеры (2006) һәм саңғы буйынса эстафета ярыштары донъя чемпионы (2005)

Наградалары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә