Ғарипова Рәйлә Мөхәмәтхан ҡыҙы

Ғарипова Рәйлә Мөхәмәтхан ҡыҙы (рус. Гарипова, Раиля Мухаметхановна; 22 ноябрь 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй балет артисы, балетмейстер. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2017), Татар АССР -ының халыҡ артисы (1987), Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1982). Татарстан республикаһының йыр һәм бейеү ансамбленең баш балетмейстры (1977 йылдан).

Ғарипова Рәйлә Мөхәмәтхан ҡыҙы
татар. Раилә Мөхәммәтхан кызы Гарипова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө бейеүсе, балетмейстер
Эш урыны Ансамбль песни и танца Республики Татарстан[d]
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Татар АССР-ының халыҡ артисы заслуженный артист Татарской АССР Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы орден «Дуслык»
 Ғарипова Рәйлә Мөхәмәтхан ҡыҙы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәйлә Мөхәмәтхан ҡыҙы Ғарипова 1946 йылдың 22 ноябрендә Ҡазандатыуған[1].[2] Әсәһе-Рәбиға Заһиҙулла ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы. Заһиҙуллина, 1910—1982), атаһы-Ғарипов Мөхәмәтхан Ғарип улы (1906—1987), итексе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыус[3]тыуған ауылынан Балтас районыТүбән Сасна ауылында тыуған.[4]

1966 йылда Ҡазан фармацевтика училищеһын тамамлай., дарыуханала фармацевт булып эшләй[3]. 1967—1969 йылдарҙа Татар АССР -ы йыр һәм бейеү ансамбле төркөмө солисы . 1974 йылда Мәскәү мәҙәниәт институтының хореография бүлеген тамамлай .Ҡазанға ҡайтҡас, 1974—1977 йылдарҙа Ансамблдә педагог-репетитор булып эшләй[2][5]. 1977 йылдан Татар АССР-ы йыр һәм бейеү Ансамбленең баш балетмейстеры вазифаһын башҡара. (хәҙер — Татарстан Республикаһының йыр һәм бейеү ансамбле)[6][2].

1978 йылдан Яр Саллы сәнғәт колледжында эшләй, сығарылыш уҡыусылары Ансамблгә әүҙем ҡушыла[7][3]. 1982 йылда «Юлдаш» студияһының балалар хореография мәктәбен ойоштороу инициаторҙарының береһе була. Ул 2006 йылдан ансамблдең буласаҡ бейеүселәрен әҙерләү өсөн база мәктәбенә әүерелә. Уҡыу йорто бик күп уҡыусылар тәрбиәләй, мәҫәлән, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артистары . Хәметов .Айрат һәм Ләйсән Хәмитовта[2][8]. 2001 йылдан Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтында уҡыта, халыҡ бейеүҙәре кафедраһы профессоры[9][3]. Шулай уҡ фольклор конкурст[10]арын, музыкаль фестивалдәр ойоштороуҙа ҡатнаша[11].

Ғарипова милли бейеү фольклорын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын яҡшы белә, татар халҡының бейеү ижады элементтарын сәхнә-хореография композицияларына киң һәм ҡыйыу индерә[2][12]. 40 йылдан ашыу Ансамблдә эшләгән осоронда балетмейстер булараҡ йөҙҙән ашыу композиция ҡуя һәм Ғәзиз Таһировтың эшен дауам иткән Татарстандың атҡаҙанған хореография оҫталары иҫәбенә инә. А. Ключарёв көйөнә нигеҙләнгән «Гармун, гармун» вокаль-хореография композицияһы ансамблдең визит карточкаһы булып тора.[12].

  Тышҡы медиафайлдар
  «Гармун, гармун». 2020 год


«Һабантуй», «Дуҫлыҡ кистәре», «Тыуған яҡ моңдары», «Ҡорбан байрамы», «Шәреҡ клубы» («Восточный клуб»), , «Шәһәр бейеүе»(«Троицкие вечера»). кеүек йыр-бейеү композицияларын сәхнәләштереүҙә ҡатнаша. «Ҡыҙҙар йыйыны», «Бишле бейеү», « Ҡазан ҡыҙҙары бейеүе», «Ярмәк вағы» («Ярмякские дроби»), «Ай, былбылым», «Көмөш беләҙек» («Серебряный браслет»), , «Шәл», «Вальс», «Танго», «Сабата» бейеүҙәрен ҡуя[2][13][14][15].

 
Орден тапшырыу тантанаһы, 2022 йыл
 
Маҡтаулы исем биреү, 2017 йыл

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Дуҫлыҡ ордены (2022 йыл) — һөнәри эшмәкәрлектәге юғары ҡаҙаныштары, Татарстан Республикаһында милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн;
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы"(2017 йыл) — ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен, киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн;
  • Татар АССР-ының халыҡ артисы" (1987)[6];
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1982)[2];
  • Татарстан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты (2016 йыл);
  • Ғ.Туҡай исемендәге Татарстан Республикаһы Дәүләт премияһы лауреаты — «татар милли хореографияһын пропагандалағаны өсөн» (2022)..

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Ире-Ҡотдосов Ринат Мөсәүир улы (1953), эшҡыуар. Улдары-Камил (1990), музыкант, "Юлдаш"хореография студияһын тамамлаған[4][3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ғарифуллина Аида Эмиль ҡыҙы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Гарипова Раиля Мухаметхановна. Татарская государственная филармония имени Габдуллы Тукая. Дата обращения: 16 май 2022.(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Горшков, 2005
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Гарипова Раиля Мухамедхановна. rusperson.com. Дата обращения: 16 май 2022. Архивировано 17 май 2022 года.
  4. 4,0 4,1 Рузилә Мөхәммәтова. Без канатлы татармы? Журнал «Сәхнә»[tt] (21 март 2011). Дата обращения: 16 май 2022.
  5. Лисин и др., 2009
  6. 6,0 6,1 Хасанов, 1998
  7. Государственный ансамбль песни и танца Татарстана готовится к 70-летию коллектива. Министерство культуры Республики Татарстан (24 август 2007). Дата обращения: 16 май 2022. Архивировано 17 май 2022 года.
  8. Римма Шакирова. Ансамбль песни и танца — визитная карточка Татарстана, но труд исполнителей по-прежнему не ценится. Газета «Известия Татарстана»[tt] (16 июнь 2006). Дата обращения: 16 май 2022. Архивировано 25 сентябрь 2017 года.
  9. «Дорогою мечты». Министерство культуры Республики Татарстан (24 март 2017). Дата обращения: 16 май 2022.
  10. В Кукморе состоятся мастер-классы по творческим направлениям для детей и их педагогов. Татар-информ[tt] (20 февраль 2022). Дата обращения: 16 май 2022. Архивировано 16 март 2022 года.
  11. Тагын бер бәйрәм юкка чыкмасмы? Газета «Ватаным Татарстан» (6 июнь 2019). Дата обращения: 16 май 2022. Архивировано 17 май 2022 года.
  12. 12,0 12,1 Бәйрәмова, 2012
  13. Арсланова, 2007
  14. Госансамбль песни и танца Татарстана приглашает на главный концерт года. Журнал «Татарстан» (4 декабрь 2018). Дата обращения: 16 май 2022. Архивировано 13 сентябрь 2019 года. 2019 йыл 13 сентябрь архивланған.
  15. «Чабата»га гына биеп булмый. Газета «Ватаным Татарстан» (31 ғинуар 2014). Дата обращения: 16 май 2022. Архивировано 27 апрель 2019 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Райля Мухаметхановна Гарипова (неопр.). Ансамбль песни и танца Республики Татарстан.
  • Раиля Мухаметхановна Гарипова (неопр.). Татарская государственная филармония имени Габдуллы Тукая.